+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Июнь 2018, 12:39

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Апрель айында уҙғарылған “Аҙна һайын бүләк” акцияһы июнь айында тергеҙелә. “Табын”ға кемдәр яҙылып өлгөрмәгән булһа, тиҙерәк почта бүлексәһенә ашығығыҙ, ваҡыт бик аҙ ҡала.

Ошо арала матур-матур бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Шулай уҡ 10 июндә үтәсәк район һабантуйында ла гәзитебеҙгә яҙыла алаһығыҙ. Ошонда уҡ гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр ҙә уйнатыла. Һабантуйға килеп гәзитле лә, бүләкле лә булыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Хәҙер инде “Аҙна һайын бүләк” отошоноң июнь айындағы тәүге еңеүселәрен иғлан итәбеҙ. Шулай итеп, сәй эсеү йыйылмаһын Аҡташ ауылынан (Үҙәк урам, 53) Зифа Зәйнуллина отто. Ә бәләкәй сәйнүк Мораҙ ауылынан (Мәндем урамы,7) Миңниә Килмөхәмәтоваға насип булды. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм 7 июндә 10.00 сәғәттә бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Башҡа гәзит уҡыусыларға көйәләнергә кәрәкмәй, бүләк отошо июнь айында аҙна һайын буласаҡ. Шулай уҡ ай аҙағында автоһәүәҫкәрҙәр өсөн айырым бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Көнө хаҡында айырым хәбәр итәсәкбеҙ.

“Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы - 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысулға яҙыла ала һәм бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм уны редакция почтальондары таратасаҡ. “Табын”дың электрон вариантына алты айға – 522, бер айға 87 һум.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!


Читайте нас: