+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Июнь 2018, 12:54

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә һәм сираттағы аҙна еңеүселәрен иғлан итәбеҙ.

Красноусол ауылы Максим Горький урамы, 25 адресы буйынса йәшәүсе Б.Х.Ғәлиәхмәтова плед отто. Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылында йәшәүсе (Ә.Вахитов урамы, 27) Рәйлә Ишемйәрова өлөшөнә термокөрөшкә сыҡты. Ә Үзбәк ауылынан (Йәштәр урамы,9) Тәнзилә Ғәзизоваға сәй эсеү йыйылмаһы насип булды. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен 18 июндә 10.00 сәғәттә редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы алып килергә онотмағыҙ. Башҡа гәзит уҡыусыларға көйәләнергә кәрәкмәй, бүләк отошо июнь айында дауам итәсәк. Шулай уҡ ай аҙағында автоһәүәҫкәрҙәр өсөн айырым бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Көнө хаҡында айырым хәбәр итәсәкбеҙ.

“Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы - 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысулға яҙыла ала һәм бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм уны редакция почтальондары таратасаҡ. “Табын”дың электрон вариантына алты айға – 522, бер айға 87 һум.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!


Читайте нас: