+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Июнь 2018, 17:23

Емешле ижад теләйем!

Матбуғат баҫмаларын район тормошоноң көҙгөһө, уның йылъяҙмаһын яҙыусы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ҙур яуаплылыҡ та, мәртәбә лә өҫтәгән ошо бурысты районыбыҙ гәзиттәре тиҫтә йылдар буйы арымай-талмай башҡара. Улай ғына ла түгел, ойоштороусы, әйҙәүсе, ил, төбәк, район етәкселеге менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырыусы булараҡ та дәүләт әһәмиәтендә ғәйәт ҙур эш алып бара. Баҫмаларыбыҙ – гәзит уҡыусыларҙың тоғро кәңәшсеһе һәм яҡын ярҙамсыһы ла.

Хөрмәтле район гәзите журналистары, хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Үҙенсәлекле, яуаплы эшегеҙҙе артабан да үҙегеҙгә генә хас ижади ҡомар, эҙләнеү менән юғары кимәлдә алып барырһығыҙ, гәзиттәребеҙ район халҡына иң яҡын торған, уларҙың яратҡан баҫмаһы булып ҡалыр тип ышанам. Һеҙгә именлек-һаулыҡ, киң ижади ҡолас, емешле ижад, тос фекерҙәр теләйем.
Читайте нас: