Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 27 июндә автоһәүәҫкәрҙәр өсөн “Бәхетле авто” отошо уйнатылды. Отошта ҡатнашырға 18 кеше килгән ине һәм шуларҙың яртыһы бүләк отто ла инде. Сөнки “Бәхетле авто” өсөн 9 бүләк инселәнгән ине.
Шулай итеп, автомобиль өсөн шампунь Красноусолдан Р.Латипов (Ленин урамы, 28) менән Ф.Абдуллина (Һамар урамы, 5), автомобиль йыуғыс Имәндәштән Р.Мәхмүтов (Яңы урам, 19) өлөшөнә сыҡты. Салфеткаларҙы Сәйетбабанан Р.Сираев (Мәктәп урамы, 10) менән Красноусолдан Ә.Исхаҡов (К.Маркс 12-3) отто. Красноусолдан М.Зәйнешев (Фрунзе 29/1) авария йыйылмалы булды. Төп бүләктәр – автомобиль компрессорҙарын Красноусолдан А.Насирова (Октябрь урамы, 30), Имәндәштән Ә.Түзбәков (Шишмә урамы, 2) һәм Красноусолдан Т.Вәлиева (Пугачев урамы, 53) отто. Еңеүселәрҙең барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ, киләһе йылдарҙа ла беҙҙең менән ҡалырһығыҙ тип ышанабыҙ.
Башҡа гәзит уҡыусыларға иһә башҡа төрлө һөйөнөслө хәбәр еткермәксебеҙ. Берҙән, “Табын” гәзитенә яҙылыу оҙайтыла. Икенсенән, 1 июлдән 10 июлгә тиклем гәзиткә яҙылыу 10 көнлөгө иғлан ителә. Ошо арауыҡта “Табын”ға осһоҙораҡ хаҡҡа (10 процент) яҙылып ҡалырға мөмкин.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!