+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Ноябрь 2018, 16:55

Велосипед отҡоң килһә...

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әлегә гәзиткә яҙылыу һүлпән бара. Бер ай самаһы ғына ҡалған ваҡытты файҙаланып, гәзитле лә, бүләкле лә булыу мөмкинлеген ҡулығыҙҙан ысҡындырмаһағыҙ ине. “Табын” гәзитен киләһе йылда ла алдырасаҡ гәзит уҡыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” отошо дауам итә. Икенсе аҙнаның еңеүсеһе – Ҡауарҙы ауылынан Ринат Ҡалмырҙин бүләген – электр үтеген килеп алды ла инде. 40 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән, әле хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Ринат Хөрмәт улы: “Табын” гәзитен бик күп йылдар алдырабыҙ. Ҡатыным Рима менән яратып уҡып барабыҙ. Киләсәктә лә “Табын”дан айырылмаҫҡа ине, иҫән-һау эшләгеҙ”, - тип изге теләктәрен әйтеп хушлашты. Өсөнсө аҙна еңеүсеһен – М.Х.Атнашевты (Татар Саскүле ауылы, Көньяҡ урамы, 27) шаршамбы көнө редакцияла көтәбеҙ. Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йыл аҙағында “Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында супер-бүләк – велосипед уйнатыласаҡ! Әлегә “Табын”ға яҙылып өлгөрмәгәндәр тиҙерәк гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен редакцияға ебәрегеҙ. «Әсәйеңде ҡотла һәм бүләк от!” конкурсы еңеүсеһен – Красноусолдан Гөлфиә Заһиҙуллинаны бүләген алыр өсөн 24 ноябрь район мәҙәниәт һарайында үтәсәк “Ғаилә ялы”на саҡырабыҙ.

Читайте нас: