-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Декабрь 2018, 12:58

“Матбуғатҡа яҙылыусы” аҙналығы башлана


Дүшәмбе – “Ғаилә көнө” тип атала һәм ошо көндө гәзиткә яҙылыусыларҙың береһе Яңы йыл өҫтәленә шешлек бешерер өсөн рәшәткә отасаҡ. Шишәмбе “Татлы көн” тип иғлан ителә һәм был көндө гәзиткә яҙылыусыларҙың барыһына ла кәнфиттәр таратыласаҡ!

Шаршамбы “Таҙалыҡ көнө” булып, гәзиткә яҙылыусылар араһында таҫтамал уйнатыла. Кесаҙна – Сюрприздар көнө! Был көн еңеүсеһе лә бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ. Йома “Тәмле көн” булһын һәм кемдер ҡамыр аштары бешереү өсөн силикон форма алып ҡыуаныр. Еңеүселәрҙең исем-фамилиялары киләһе аҙнала гәзиттә баҫыласаҡ.

“Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағы еңеүсеһен – М.А.Сабитованы (Красноусол ауылы, Көнбайыш урамы, 42/2) шаршамбы көнө редакцияла көтәбеҙ.

Шуны ла хәбәр итәбеҙ: 26 декабрҙә “Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының төп бүләге – 16 тиҙлекле “Форвард” велосипеды уйнатыласаҡ!

“Табын” менән бергә булығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: