-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Декабрь 2018, 12:18

Матбуғатҡа яҙылыу оҙайтыла

2019 йылдың беренсе ярты йыллығына “Табын” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн шатлыҡлы хәбәр еткерәбеҙ: матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы 15 ғинуарға тиклем оҙайтыла.

“Табын”ға ярты йылға 884 һум 10 тингә, ә пенсионерҙар 806 һум 40 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандарына һәм инвалидтарға 732 һум 18 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән 645 һумға яҙыла ала. Шулай уҡ www.rbsmi.ru порталында шәхси кабинетҡа инеп, 522 һумға гәзиттең электрон вариантына яҙылып була.

Ниһайәт, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының төп бүләге – 18 тиҙлекле “Форвард” велосипеды хужаһы ла билдәләнде. Комиссия ағзалары алдында ике уҡыусы бала тартып сығарған бәхетле квитанция Яңғыҙҡайын ауылынан Рәмилә Фәйезованыҡы булып сыҡты! “Табын”ды 35 йыл алдырам, бүләкте тәүге тапҡыр отоуым, бүләктең дә ниндәйен бит әле! Бик шатбыҙ, рәхмәт һеҙгә!” - тине ул.

“Матбуғатҡа яҙылыусы” аҙналығы еңеүсеһе Әлфиә Хөсәйенова бүләк-көрәкте улы менән килеп алды. “Улыма ҡар көрәргә ҡалай йәтеш булды әле”, тип ул да шатлығын йәшермәне. Аҙналыҡтың ҡалған еңеүселәрен редакцияла көтәбеҙ.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: