Унда беҙҙең райондан 8 уҡыусы ҡатнашты. Олимпиада 3 турҙан: инша яҙыу, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина, бирелгән тема буйынса диалогтан торҙо. Ике уҡыусыбыҙ: Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Гөлнур Ибәтуллина (етәксеһе – Э.С.Ҡунафина) һәм Красноусолдағы 1-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Эльнара Айытова (етәксеһе – Ф.Й.Шәрәфетдинова) олимпиада призерҙары булыуға өлгәштеләр. Тырыш, һәләтле уҡыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ.