+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Май 2019, 14:58

Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!4

“Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” отошоноң тәүге еңеүсеһе – Яңғыҙҡайын ауы-лынан Фәнүзә Дәүләтшина (һүрәттә) үҙенең бүләген килеп алды.

- “Табын”ды бик күптәнән алдырам, яратып уҡыйым, квитанциямды тәүге тапҡыр ебәреп ҡарауым бушҡа булманы – бүләк оттом, – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Икенсе аҙна отошонда баҡсасылар өсөн бик тә кәрәкле парник уйнатыласаҡ. Уны отоу өсөн “Табын”ға яҙылып кесаҙнаға тиклем квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ.

16-26 майҙа иғлан ителгән Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөндә гәзитебеҙгә Рәсәй Почтаһы аша 801,54 һумға, пенсионерҙар – 734,34 һумға, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтары 663,66 һумға яҙыла ала. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән 690 һумға яҙыла. Гәзитебеҙҙең электрон версияһына яҙылыу 532 һумға төшәсәк.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: