Ә бына “Аҙна һайын бүләк” отошо ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Шулай итеп, икенсе аҙна еңеүсеһе лә билдәле булды. Ҡарағай ауылынан Ләйсән Юнысова (Үҙәк урам, 3) 8 метрлы баҡса парнигы отто. Еңеүсене дүшәмбе көнө 11.00 сәғәттә редакцияла көтөп ҡалабыҙ.
Киләһе аҙна бүләген – сәс ала торған машинканы отор өсөн “Табын”ға яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!