+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Май 2019, 11:51

Һабантуйҙа ла яҙылырға була

1 июндә район Һабантуйында “Табын” һәм “Звезда” гәзиттәренә яҙылыу ойошторола.

Байрам күрергә лә, бер юлы яратҡан баҫмағыҙға яҙылырға ла мөмкинлек биргән форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ, дуҫтар! Өҫтәүенә ошонда уҡ гәзиткә яҙылыусылар араһында матур бүләктәр уйнатыласаҡ.

“Аҙна һайын бүләк” отошоноң икенсе аҙна еңеүсеһе Ҡарағай ауылынан Ләйсән Юнысова (һүрәттә) бүләген редакциянан килеп алды. “Табын” гәзитен ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ. Баҡсаға помидор үҫентеләрен ултыртырға торғанда гәзиттең бүләге – баҡса парнигы бик урынлы булды, “ – тине ул шатлығы менән уртаҡлашып. Өсөнсө аҙна еңеүсеһен - Красноусолдан Ф.С.Рәхимовты (Каширин урамы, 58) дүшәмбе көнө 11.00 сәғәттә редакцияла көтөп ҡалабыҙ.

Бүләктәр отошо дауам итә, “Табын”ға яҙылып, квитанцияларығыҙҙың кү-

сермәһен редакцияға ебәрегеҙ.

Шулай итеп, “Табын”ға ярты йылға 890 һум 84 тингә, пенсионерҙар 815 һум 94 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандары һәм инвалидтарға яҙылыу (1-се, 2-се төркөм) 737 һум 40 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән 690 һумға яҙыла. Гәзитебеҙҙең электрон версияһына яҙылыу 522 һумға төшәсәк.


Читайте нас: