-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июнь 2019, 11:33

Бүләктәр эйәләрен көтә!

“Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағы еңеүсеһе Красноусолдан Фидан Рәхимов (һүрәттә) бүләген редакциянан килеп алды.

- “Табын” гәзитен алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ: йыл да йә әсәйемдең, йә үҙемдең исеменә яҙҙырам. Бүләкте тәүгә отабыҙ. Йәш булһам да Интернеттағы мәғлүмәттәргә генә хушһынмайым, район яңылыҡтарын гәзит аша уҡып беләм, – тине ул редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, уңыштар теләне.

Был аҙна еңеүсеһен – Баҡраҡ ауылынан Юлиә Хәсәнованы (Совет урамы,19) дүшәмбе көнө 11.00 сәғәттә редакцияла көтөп ҡалабыҙ.

Бүләктәр отошо дауам итә. Июнь аҙағында Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаласаҡ. Гәзиткә яҙылыусылар араһында ике урынлыҡ турист палаткаһы, кер үтекләү таҡтаһы һәм башҡа приздар уйнатыла. “Табын”ға яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсер-мәһен редакцияға ебәрегеҙ.

Шулай итеп, “Табын”ға ярты йылға 890 һум 84 тингә, пенсионерҙар 815 һум 94 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандары һәм инвалидтарға яҙылыу (1-се, 2-се төркөм) 737 һум 40 тин тора. Красно-усолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән 690 һумға яҙыла. Гәзитебеҙҙең электрон версияһына яҙылыу 522 һумға төшәсәк.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!


Читайте нас: