-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Июнь 2019, 11:45

Бүләктәр эйәләрен көтә!7

“Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағы еңеүсеһе Баҡраҡ ауылынан Юлиә Хәсәнова (һүрәттә) бүләген редакциянан килеп алды.

“Табын” гәзитен “Йондоҙ” сағынан уҡ алдырабыҙ, тормош иптәшем менән кем уҙарҙан уҡыйбыҙ. Үҙем 12 йыл почтала эшләнем, ул йылдарҙа гәзитте тоҡлап йөрөтә инек, шул хәтлем күп яҙылалар ине. Эшегеҙҙә уңыштар, яҙылыусыларҙың көндән-көн артыуын теләйем, – тине ул.

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды, киләһе ярты йыллыҡта “Табын”һыҙ ҡала күрмәгеҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең өсөн бүләктәр отошо дауам итә. Июнь аҙағында Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаласаҡ. Гәзиткә яҙылыусылар араһында ике урынлыҡ турист палаткаһы, кер үтекләү таҡтаһы һәм башҡа матур бүләктәр уйнатыла. “Табын”ға яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ.

Шулай итеп, “Табын”ға ярты йылға 890 һум 84 тингә, пенсионерҙар 815 һум 94 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандары һәм инвалидтарға яҙылыу (1-се, 2-се төркөм) 737 һум 40 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән 690 һумға яҙыла. Гәзитебеҙҙең электрон версияһына яҙылыу 522 һумға төшәсәк.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: