-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Июль 2019, 11:54

“Табын”лы булһын һәр йорт!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының 14 июлгә тиклем оҙайтылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына “Табын” гәзитенә ошо арауыҡта яҙылып өлгөрөргә тырышығыҙ.

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса үткәрелгән бүләк отош еңеүселәренең береһе Йөҙимән ауылынан Әминә Мөхәмәт ҡыҙы Мәхмүтова (һүрәттә) бүләген редакциянан килеп алды ла инде. Ҡалғандарҙы ла редакцияла көтәбеҙ.

Шулай итеп, “Табын”ға ярты йылға 890 һум 84 тингә, пенсионерҙар 815 һум 94 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандары һәм инвалидтарға яҙылыу (1-се, 2-се төркөм) 737 һум 40 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән 690 һумға яҙыла. Гәзитебеҙҙең электрон версияһына яҙылыу 522 һумға төшәсәк.
Читайте нас: