+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Сентябрь 2019, 18:48

Көҙ уңышлы булмаҡсы “Табын”ға яҙылыусыларҙы бик күп ҡыҙыҡлы акциялар һәм матур приздар көтә

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына “Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто уҙғарған“Приздарға – миллион!” марафоны сиктәрендә октябрь урталарынан алып “Аҙна һайын бүләк” отошо башлана.

Әгәр ҙә электр сәйнүге, плед, һауыт-һаба йыйылмаһы, таба һәм хужалыҡта кәрәкле башҡа әйберҙәр оторға теләһәгеҙ, гәзиткә яҙылған квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 33 адресына, йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса декабрь аҙағында төп еңеүселәр билдәләнеп, улар бер тоҡ шәкәр, бер тоҡ он, Яңы йыл өҫтәленә ҡаҙ, байрам шыршыһы һәм башҡа күп бүләктәр отасаҡ.

Ноябрь-декабр-ҙә социаль сел-тәрҙәрҙә “Мин “Табын”ға яҙылдым” флеш-мобы (“Табын” гәзитен тотоп төшөп иң күп “лайк” йыйған фотоға - приз) үтәсәк.

Оло кешеләр көнө уңайынан һәм өлкәндәргә социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Бүләккә – “Табын” һәм “Ата-әсәйеңде гәзиткә яҙҙыр һәм ҡотла” акциялары иғлан ителә. Унда ҡатнашырға теләүсе эшҡыуарҙар йәки социаль яҡтан әүҙем кешеләр ветерандарға һәм пенсионерҙарға гәзиткә яҙҙырыуҙы түләй, редакция подписканы адресатҡа тапшыра һәм был ваҡиғаны гәзит биттәрендә киң яҡтырта. Акция октябрь-ноябрь айҙарында үтә. Ата-әсәһенә гәзит яҙҙыртыусыларға уларҙы “Табын” гәзитендә 50 процент ташлама менән (ҡотлау биргәндә подписка купонын күрһәтергә кәрәк) ҡотлай ала. Иғтибар! Ташлама гәзиткә ярты йылға яҙылғанда ғына бирелә.

Реклама биреүселәр өсөн “Бүләккә - подписка” акцияһы уҙа. 1 айға стандарт формалағы модулле реклама биреүсегә бүләк - 1 айға бушлай электрон подписка (редакцияла яҙҙырыла).

“Табын”ға 1 йылға яҙылыусылар (“Рәсәй Почта”һы аша) редакцияла квитанцияларын күрһәтеп, бер тапҡыр бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү өсөн купон аласаҡ. Акция йыл аҙағына тиклем дауам итә.

“Коллектив менән “Табын”ға” акцияһында коллективтың 50 йәки унан күберәк проценты гәзиткә яҙылһа, уларҙың эшмәкәрлеге йәки юбилярҙары тураһында мәҡәләләр гәзит битендә донъя күрәсәк.

20 кешене гәзиткә яҙҙыртҡан “Табын” дуҫтарына бушлай подписка буласаҡ, 30 кешене яҙҙыртһа – үҙе тураһында мәҡәлә гәзиттә баҫыласаҡ.

Почтальондар өсөн акция: беҙҙең гәзиткә иң күп кешене яҙҙыртҡан 3 почтальон Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса бүләктәр аласаҡ.

Бынан тыш, гәзиттә иғлан ителәсәк башҡа конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн “Табын”ға яҙылырға һәм гәзиттә сыҡҡан конкурстарҙы ҡарап барырға кәрәк.
Читайте нас: