+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Ноябрь 2019, 11:24

“Табын” икеләтә ҡыуандырһын

Ваҡыт тигәнең елдәй елеп алға табан саба. Гәзиткә ваҡыт табып яҙылып ҡуйығыҙ ҙа, “Аҙна һайын бүләк”тә ҡатнашығыҙ.

Алданыраҡ яҙылғандарға бүләк отоу мөмкинлеге лә ҙур. Бының өсөн гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙы редакцияға ебәреү генә кәрәк. Үткән аҙнаның бүләген отоусы Альфира Әмирова (һүрәттә) үҙенә яҙған гәзит бүләген ихлас шатланып килеп алһа, был аҙнаныҡы - Красноусол ауылы, Ровенская урамы, 28 адресы буйынса йәшәүсе В.Р.Хөснөтдиноваға сыҡты. Бүләкләнеүсене киләһе кесе йома, 14 ноябрҙә 11.00 сәғәттә редакцияла көтәбеҙ.

“Табын”ға ярты йылға 947 һум 82 тингә, ә пенсионерҙар 867 һум 12 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына гәзиткә яҙылыу 861 һум 42 тин тора. Красноусолда альтернатив ысул менән гәзиткә 708 һумға (Новоселка биҫтәһендә ваҡытлыса ҡабул ителмәй. Белешмә өсөн телефон: 2-15-25) яҙылырға мөмкин. Электрон подписка 570 һум тора.

“Табын”ға яҙылып та, бүләк отоп та ҡыуанырға яҙһын. Һәр бер өйҙә “Табын” көтөп алынған ҡунаҡ булһын.


Читайте нас: