-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Ноябрь 2019, 18:00

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!

Республикала 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро бара.

“Табын” гәзите лә ошо йәһәттән үҙенең уҡыусылары араһында төрлө дәртләндереү саралары күрә. Мәҫәлән, быйыл да “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы дауам итә. Үткән аҙна еңеүсеһе В.Р.Хөснөтдинова бүләген редакциянан килеп алды ла инде.
Был аҙнала бүләк отҡан М.Ә.Мансурованы (Сәйетбаба ауылы, Үтәгәнов урамы,17) киләһе кесе йома, 21 ноябрҙә 11.00 сәғәттә редакцияла көтөп ҡалабыҙ.
“Табын”ға ярты йылға 947 һум 82 тингә, ә пенсионерҙар 867 һум 12 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына гәзиткә яҙылыу 861 һум 42 тин тора. Красноусолда альтернатив ысул менән гәзиткә 708 һумға (Новоселка биҫтәһендә ваҡытлыса ҡабул ителмәй. Белешмә өсөн телефон: 2-15-25) яҙылырға мөмкин. Электрон подписка 570 һум тора.
“Табын”ға яҙылып та, бүләк отоп та ҡыуанырға яҙһын. Һәр бер өйҙә “Табын” көтөп алынған ҡунаҡ булһын.
Читайте нас: