Бынан тыш, интернет селтәрендә гәзиттең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә “Мин “Табын”ға яҙылдым, ә һин?” флеш-мобы (еңеүсегә – термопот) дауам итә. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында Әсә көнөнә ҡарата “Әсәйеңде ҡотла һәм бүләк от!” конкурсы башлана. Ноябрь аҙағына тиклем барасаҡ конкурста ҡатнашыу өсөн “Табын” гәзитенә әсәйҙәргә байрам менән ҡотлау бирергә кәрәк. Иң матур ҡотлау биреүсегә бүләккә – көйҙөрмәй торған таба.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға ла бик аҙ ваҡыт ҡалды. Әлеге көнгә “Табын” гәзитенә яҙылыусылар һаны район буйынса планға ҡарата 46 процент ҡына тәшкил итә. Алдағы йылда ла “Табын”лы булыр өсөн гәзиткә яҙылырға ашығығыҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!