-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Ноябрь 2019, 16:30

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!

Республикала 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро бара.

“Табын” гәзите лә ошо йәһәттән үҙенең уҡыусылары араһында төрлө дәртләндереү саралары күрә. Мәҫәлән, быйыл да “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы дауам итә. Уҙған аҙна еңеүсеһе Мәрүә Мансурованың бүләген редакциянан ҡыҙы Гөлмира Латипова килеп алды. “Әсәйем күп йылдар инде насар күрһә лә, “Табын”ға яҙылмай ҡалғаны юҡ. Уға гәзитте ейән-ейәнсәре уҡып ишеттерә. Бүләк отоуына әсәйем сикһеҙ ҡыуанды”, - тип рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе ул.
Сираттағы еңеүсе С.С.Дәүләтовты (Йөҙимән ауылы, Еңеүҙең 30 йыллығы,20) 28 ноябрь, 11.00 сәғәттә редакцияла көтәбеҙ.
“Табын”ға ярты йылға 947 һум 82 тингә, ә пенсионерҙар 867 һум 12 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына гәзиткә яҙылыу 861 һум 42 тин тора. Красноусолда альтернатив ысул менән гәзиткә 708 һумға яҙылырға мөмкин. Электрон подписка 570 һум тора.
“Табын”ға яҙылып та, бүләк отоп та ҡыуанырға яҙһын. Һәр бер өйҙә “Табын” көтөп алынған ҡунаҡ булһын.
Читайте нас: