+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Апрель 2022, 17:00

Матбуғат дуҫтарына – бүләктәр!

13 апрелдә район хакимиәтендә 2021 йылда матбуғатҡа яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы поч-тальон-2021” бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде.

Матбуғат дуҫтарына – бүләктәр!
Матбуғат дуҫтарына – бүләктәр!

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Әхтәмова ауыр, әммә мөһим эш башҡарған почтальондарға рәхмәт әйтеп, район хакимиәтенең Дипломдары менән бүләкләне. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Эльвира Саранцева “Берҙәм Рәсәй” гәзитенә әүҙем яҙҙырғандары өсөн партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәрен, гәзит редакцияһы ла үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Шулай итеп, иң күп "Табын" яҙҙырып, 1-се урында - Зилә Кинйәбаева (Сәйетбаба почта бүлексәһе), 2-селә – Мәҙинә Садиҡова (Красноусол күсмә поч-та бүлексәһе), 3-сө урында – Радик Хәбибуллин (Ҡарағай почта бүлексәһе) булды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ, рәхмәт һеҙгә! Шундай дуҫтарыбыҙ булыуы өсөн шатбыҙ.
“Табын”ға яҙылыу дауам итә. Гәзиткә ярты йылға яҙылыу 944 һум 70 тин, пенсионерҙарға 883 һум 80 тин, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына 884 һум 58 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр (Новоселок биҫтәһенән тыш) 750 һумға яҙыла ала. Электрон гәзит 708 һум 38 тин.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Матбуғат дуҫтарына – бүләктәр!
Матбуғат дуҫтарына – бүләктәр!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: