-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Май 2022, 13:30

“Табын” гәзите - Имәндәш мәктәбендә

Матбуғатҡа яҙылыу осоронда “Табын” гәзите райондың төрлө ауылдарында осрашыуҙарға йөрөп тора. Бигерәк тә мәктәп коллективтары, уҡыусылар менән осрашыу икеләтә файҙалы. Беренсенән, гәзит менән таныштырып, викторина үткәреп уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр таратабыҙ, “Табын”ға яҙылырға өндәйбеҙ. Икенсенән, мәктәп тормошо менән дә танышабыҙ. Күптән түгел ошондай осрашыу Имәндәш мәктәбендә үтте.

“Табын”  гәзите - Имәндәш  мәктәбендә
“Табын” гәзите - Имәндәш мәктәбендә

Имәндәш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Имәндәш, Тайыш, Таш-Аҫты ауылдарынан 89 бала уҡый. 13 уҡытыусы балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Уларҙың 5-һе юғары категориялы. Балалар баҡсаһында 15 бала тәрбиәләнә. Бында өлкән тәрбиәсе Рәүиә Муллашева менән Гөлшат Урманшина эшләй.
Директор Әлфинә Фәрит ҡыҙы Мәхмүтова был вазифала уҙған йылдың июлендә эш башлаған. Ул - Имәндәш ауыл килене, өс бала әсәһе. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының филология факультетын тамамлаған. 2016 йылда “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы финалисы, Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булған.
Мәктәптә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, балаларҙы яратҡан уҡытыусылар бихисап. Шундайҙарҙың береһе – Анфиса Айрат ҡыҙы Мәхмүтова директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы. 2019 йылда ауыл ерендә эшләүсе йәш белгес булараҡ 600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. “Йыл уҡытыусыһы-2022” һөнәри бәйгеһендә ҡатнашып, “Иң ижади эшләүсе уҡытыусы” номинацияһында еңеү яулаған. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлдәр Сәлимйән ҡыҙы Ишемйәрованың ике уҡыусыһы быйылғы уҡыу йылында “Жәлил Кейекбаев уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһында 1-се, 3-сө урындарға лайыҡ булған. Физкультура уҡытыусыһы Ғәйсәр Ғәлиәскәр улы Хисмәтов балаларҙы спортҡа ылыҡтыра. Быйыл физик культура буйынса олимпиадала Илнар Әбелғужин 1-се урын алған. Йыл да үтеп килгән Уҡыусылар спартакиадаһында егеттәр – 2-се, ҡыҙҙар 4-се урындарҙы алған. Теннис менән дә теләп шөғөлләнә балалар. Мәктәптә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең волейбол, көрәш буйынса дәрестәре үтә.
Мәктәптең китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Әйткәндәй, быйыл тап ошо музей “Мәктәп музейы: хазиналар һәм серҙәр утрауы” исемле проект менән Рәсәй Президенты гранты конкурсында еңеп сыҡҡан. “Еңеүебеҙгә бик шатбыҙ. Грант сиктәрендә музей экспонаттарын яңыртырға, компьютер, интерактив экран һатып алырға, күсмә күргәҙмә булдырырға иҫәп тотабыҙ, өлкән класс уҡыусыларынан эҙәрмәндәр отряды төҙөп, Тайыш ауылы янында боронғо Имәндәш ҡаласығы булған урында ҡаҙыу эштәрен тергеҙергә планлаштырабыҙ”, - тип алдағы эштәр менән таныштырҙы директор.
Мәктәп фойеһында “Күренекле яҡташтарыбыҙ” тигән стендты күргәс, килгән ҡунаҡтар тураһында ла һүҙ сыҡты. Әлфинә Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, мәктәптә Имәндәш ауылы ҡыҙы, тележурналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүрә Ғилманова йыш ҡунаҡ. Бик күп йылдар элек тыуған мәктәбендә уҡыуҙа һәм спортта алдынғы балаларға үҙ премияһын булдырған Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы быйыл да Белем көнөнә килеп, өс уҡыусыға премия, мәктәпкә өс ҙур пакет менән канцелярия кәрәк-яраҡтары тапшырған.
Район хакимиәте лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Быйылғы уҡыу йылында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов мәктәпкә ноутбук, принтер, шахмат-шашка бүләк итте, - тип Фәнзил Фәйез улына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе Ә.Мәхмүтова.
Ауылыбыҙҙың Ағинәйҙәр ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Төрлө тәрбиәүи саралар, йола байрамдары һәм башҡалар уҙып тора. Әле бына улар менән берлектә мәктәптә “Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ” тигән аҙналыҡ бара.
Балаларҙы мәктәптә “Алтын ҡурай” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Фәхретдинова (ашнаҡсы) һәм Рәсилә Собханғолова (ярҙамсыһы) тәмле аш-һыу менән һыйлай. Быйыл ойошма мәктәп ашханаһында косметик ремонт эшләгән, крандарын алыштырған, өр-яңы һауыт-һаба, ашнаҡсыларға кейемдәр алған.
Мәктәп яны участкаһында алма, сейә, ҡарағат һәм башҡа емеш ағастары үҫә, йәшелсәнән дә ярайһы ғына уңыш алалар. Помидор, сәскә үрсетмәләрен мәктәптә үҙҙәре үҫтерәләр.
Имәндәш мәктәбе – районда һыйыр малы аҫраған берҙән-бер мәктәп. Бында ике һыйырҙың һөтөн һауып тапшыралар, көҙгөһөн башмаҡтарын һатып, мәктәп кәрәк-ярағына аҡса эшләйҙәр. Малдарҙы мәктәп хеҙмәткәре Дамир Ишембәтов ҡарай. 25 төргәк бесәнде быйыл Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов бирҙе, рәхмәт уға, ҡалғанын һатып алдыҡ, - ти Әлфинә Фәрит ҡыҙы.
Тайыш, Таш-Аҫты ауылдарынан 36 баланы мәктәпкә автобус водителе Талип Ишембәтов йөрөтә. Автобус менән төрлө спорт ярыштарына, мәҙәни сараларға баралар. “Пушкин картаһы” буйынса легендар генерал Шайморатов тураһындағы спектаклгә, автокросҡа барҙыҡ. Уҡыусыларға тамашалар бик оҡшаны, тиҙәр уҡытыусылар.
Имәндәш мәктәбе коллективы ваҡытлы матбуғатҡа әүҙем яҙылып килә. Был эшкә инглиз теле уҡытыусыһы Фаягөл Камил ҡыҙы Муллагилдина яуаплы. “Ғәҙәттә поч-тальонды мәктәпкә саҡырып яҙылабыҙ. Быйыл “Табын” гәзитенең “Коллектив менән “Табын”ға конкурсына ҡушылдыҡ”, - тине директор килеүебеҙҙең сәбәбен белгәс.
Эштәрендә уңыштар теләп, хушлашып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

“Табын”  гәзите - Имәндәш  мәктәбендә
“Табын” гәзите - Имәндәш мәктәбендә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: