-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Май 2022, 11:00

Рухи байлыҡ өләшеүсе

Үҙәк район китапханалар системаһында үҙ һөнәрен яратып, халыҡ араһында ҡайнап, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан рухи байлыҡ өләшеүсе китапханасылар байтаҡ. Шуларҙың береһе -Ҡаранйылға ауылы китапханаһының баш китапханасыһы Гөлшат Вәлиева тураһында яҙмабыҙ.

Рухи байлыҡ өләшеүсе
Рухи байлыҡ өләшеүсе

Гөлшат Миңнәхмәт ҡыҙы Красноусолда донъяға килә, Красноусол башҡорт гимназия-интернатын иң тәүге сығарылыштарҙың береһендә тамамлай. Өфө китапхана техникумына уҡырға инеп, 2000 йылда ҡулына диплом алғас, тәүге хеҙмәт юлын Ҡаранйылға ауыл китапханаһында башлай. Артабан эшен үҙәк район китапханаһында дауам итә. Ситтән тороп Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһын тамамлай. 2006 йылда Сәйетбаба ауылында мәҙәниәт йорто асылғас, бында эшкә килә. Бәхетен дә ошонда таба, күрше Ҡаранйылға ауылы егете Риназ Вәлиев менән тормош ҡора. Һәм 2012 йылда был ауыл китапханаһына күсеп, яратҡан эшен дауам итә. Гөлшат Вәлиева ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлап, китапхана эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнгән.
Ул халыҡ менән эшләүҙең төрлө ысулдарын ҡуллана: китап күргәҙмәләре, яңы әҙәбиәтте һәм юбиляр яҙыусыларҙы презентациялай, тематик буклеттар, памяткалар әҙерләй, уйындар һәм викториналар, шиғыр уҡыусылар конкурстары, китап уҡыусылар менән әңгәмәләр үткәрә, ауыл клубында һәр төрлө саралар, байрамдар әҙерләп уҙғара, сценарийҙарын да үҙе яҙа, оло йәштәге кешеләрҙең өйҙәренә барып, уларҙы китап, гәзит-журналдар, китап уҡыусыларҙы төрлө яңылыҡтар менән таныштыра. Төп эшенән тыш йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Төбәк-ара һәм республика кимәлендә уҙғарылған төрлө тематик акцияларҙан, флешмобтарҙан да ситтә ҡалмай. Гөлшат Вәлиеваның күп йыллыҡ лайыҡлы хеҙмәте район кимәлендәге Маҡтау грамоталары, Дип-ломдар, Рәхмәт хаттары менән баһаланған, былтыр китапханасы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
- Китапхана - элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булып тора. Китапханасы һөнәре бик яуаплы, сөнки ул халыҡ менән эшләй. Бөгөнгө көндә ул – педагог та, психолог та, мәғлүмәт еткереүсе лә, артист та. Китапхана хеҙмәткәре – кешеләргә китап биреүсе генә түгел, ул тәрбиәсе, байрамдарҙы ойоштороусы һәм китапханала тәртип булдырыусы ла: ремонтты ваҡытында башҡарыу өсөн маляр ҙа, штукатур ҙа булырға тура килә уға, - ти Гөлшат Миңнәхмәт ҡыҙы үҙ эшенең нескәлектәре менән таныштырып.
Хеҙмәтендә генә түгел, тормошонда ла уңған ул Гөлшат Миңнәхмәт ҡыҙы. Тормош юлдашы Риназ Рамаҙан улы менән бер ул (Алмаз), ике ҡыҙ (Азалия, Регина) тәрбиәләп үҫтерәләр, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, умарта тотоп, һәр кемгә өлгө булырҙай тормош көтәләр.
- Тәү тапҡыр эш башлаған осорҙа һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған элекке коллегам Рәзилә Фәттәховаға, бөгөнгө көндә эшебеҙҙе баһалап, кәрәк саҡта үҙҙәренең кәңәш-тәҡдимдәре менән терәк булыусы район китапханаһының баш китапханасыһы Фәүзиә Зәйнуллинаға, методист Лилиә Ғөбәйҙуллинаға ҙур рәхмәтлемен, - ти ул.
Ауылдаштарына рухи байлыҡ өләшеүсе Гөлшат Вәлиеваны Китапханалар көнө менән тәбрик итеп, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.

Рухи байлыҡ өләшеүсе
Рухи байлыҡ өләшеүсе
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: