-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Май 2022, 11:35

Хәбәрсе яҙмышын барлап

Сығышы менән йәмле тәбиғәтле, республикабыҙҙың нәҡ үҙәгендә урынлашҡан Ерек ауылында тыуып-үҫеп, утыҙ йылдан артыҡ ғүмерен ҡатмарлы ла, яуаплы ла, мауыҡтырғыс та журналистика өлкәһенә бағышлаған Гүзәл Фәтих ҡыҙы Борханова радио тыңлаусыларға “Аҡ елкән”, “Иләү”, телевизор ҡараусыларға “Артылыш”, “Тай-тулаҡ”, “Үҙ еремдә”, “Һүҙһеҙ ҡараш”, “Автограф”, “Шаңдау”, “Беҙ - бала саҡ иленән” тапшырыуҙары, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе булараҡ яҡшы таныш. Әйткәндәй, үҙенең “Бала саҡ иленән” авторлыҡ проекты менән республика телевизион фестивале лауреаты ла ул. Республикабыҙ ҡала-райондарын ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙе лә әллә нисә тапҡыр урап, һәр төбәктең үҙенсәлеген, унда йәшәгән күренекле шәхестәрҙе, тоғро хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ябай ер эшсәндәренең яҙмышын асҡан, көнүҙәк мәсьәләләр күтәргән үткер ҡарашлы, оҫта телле, тәрән, тос фекерле журналистың тапшырыуҙары тамашасы күңелен яулап, һәр саҡ резонанс уятыуы менән мәртәбәле. Көслө публицист, ҡыйыу һүҙле репортёр байтаҡ ҡына тапшырыуҙарҙы төшөрөүгә үҙ өлөшөн индергән продюсер булараҡ та билдәле.

Хәбәрсе яҙмышын барлап
Хәбәрсе яҙмышын барлап

Бала саҡтағы журналист, йәиһә режиссёр булыу хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Гүзәл Фәтих ҡыҙы, Бурлы урта мәктәбен алдынғылар сафында тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Уҡыу алдынғыһы булған тырыш ҡыҙ факультет, шулай уҡ университетта уҙғарылған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
“БДУ-ны тамамлағас та, Башҡортостан телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар студияһына хәбәрсе булып эшкә килгән инем, унда 18 йыл эшләнем, артабан тележурналистиканың төрлө өлкәләрендә үҙемде һынап ҡараным. Нәфис тапшырыуҙар, ауыл хужалығы, ижтимағи-сәйәси кеүек етди һәм бер-береһенә оҡшамаған бүлектәрҙең эшмәкәрлеге үҙенсәлеген күрһәтергә, яңы ижади киңлектәр яуларға тура килде. Мәскәүҙә һәм Төркиәлә һөнәри оҫталығымды камиллаштырҙым. Һәр эшкә кинәнеп, тәмләп тотондом. Шуғалырмы, төшөргән һәр бер сюжетты, эпизодты күңел күҙе аша үткәреп, һоҡландырғыс, ҡайһы берҙә тетрәндергес тә ваҡиғаларҙан, төрлө ғаиләләр, кешеләр менән осрашыуҙан фәһем, зауыҡ, тормош аҡылы туплап, башҡарған хеҙмәтемдән оло ҡәнәғәтлек алып эшләнем. Тәү ҡарашҡа күҙгә салынмаһа ла, һәр кемдең йөрәк төпкөлөндә иң аҫыл сифаттар йәшеренгән була. Йылы һүҙ табып, кешенең күңел боҙҙарын иретеү, ысынбарлығын асыу һәм уны тейешле кимәлдә балҡытыу өсөн репортёрға ныҡышмаллыҡ та, һөнәри оҫталыҡ та, психолог та, нескә тойомлау һәләте лә, киң эрудиция ла, телмәр маһирлығы ла талап ителә”, - ти ул.
Гүзәл Фәтих ҡыҙының геройҙары үҙ эшен юғары оҫталыҡ менән башҡарған һөнәрмән, көслө шәхес кенә түгел, уларҙың бар ғәмәле Ватанға һөйөү, ҡаһарманлыҡ тойғоһо менән һуғарылған булыуы менән дә ихтирам уята. Әйтәйек, ауылдашы – афған һуғышы ветераны Рәшит Рәфит улы Иждиһатов хаҡындағы тапшырыу бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Улының Афғанға ебәрелеүе хаҡында ишеткәс, әсәһе Рәмзиә апайҙың бер төн эсендә сәстәре ағара. Ҡыҙыу ҡомло, 60 градус эҫелектә, тынсыу һауалы сит-ят Афған ерендә ҡупҡан ҡанҡойошта ауыр михнәттәр кисергән яугир “Өфө” аэропортына килеп төшә лә, туғандары янына Черниковкаға тиклем 70 саҡрым араны йәйәүләп үтә. Тыуған тупрағын, һауаһын һағыныуы шул тиклем көслө була. Хәрбиҙең үҙ аяҡтары менән тыуған еренә баҫҡас, йөрәген һыҙып үткән хис-тойғоларын бик нескә, мәғәнәле, яҡты итеп тамашасыға еткерә белеүе журналистың хисле тәбиғәте, тәрән аңы, төплө булмышы хаҡында ла һөйләй.
Гүзәл Фәтих ҡыҙы төрлө тарафтарҙа булып, республиканан сыҡҡан ҡайһы бер күренекле кешеләр менән осрашып, улар тураһында сюжет төшөрөп, телевизор ҡараусыларға еткерә килде. Ейәнсура егете, Мәскәүҙең Губкин исемендәге университеты профессоры Рәүф Әхәт улы Абдуллин, Салауат районынан математик, профессор Венер Йәғәфәр улы Ғәлин, атом өлкәһендә эшләгән тикшереүсе Хәйбулла районы вәкиле Ғаяз Илшат улы Әбделмәнов, сәнәғәт өлкәһендә эшләгән профессор, Стәрлебаш ҡыҙы Гүзәл Гусейнова, Ишембай ҡыҙы, ете тапҡыр шахмат буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, Санкт-Петербург физик культура университеты профессоры, ауылдашы Риф Миңнулла улы Баймөхәмәтов һәм башҡа бик күп Башҡортостандан сыҡҡан яҡташтарҙан интервьюлар алып, халыҡҡа ишеттерҙе.
“Минең өсөн телевидение – йәшәлгән ғүмеремдең бер өлөшө. Әҙәм балаһы һыу, һауаға мохтаж булған кеүек, мин кешегә күңелемдә йыйылған һүҙҙәрҙе, уйҙарҙы әйтеүгә мохтажмын. Фекерҙәремде, борсолоуҙарымды, шатлыҡтарымды бүлешмәһәм, йәшәй алмаҫмын кеүек”, - ти Гүзәл Борханова.
Уның яҡындарына сабыйҙарса ихласлығы, илгәҙәклеге, ярҙамсыллығы, туған йәнлелеге хаҡында ла әйтмәй булмайҙыр. Ғаиләлә, ғәҙәттә, өлкән баланың иңенә йортта байтаҡ эш-мәшәҡәт йөкмәтелә. Ул үҫкәндә барлыҡ хужалыҡ эштәре лә ҡул көсө менән башҡарылған, был ҡыҙҙар йәиһә малайҙар эше тип тормайынса, барыһын да бергә эшләргә тура килә. Гүзәл дә бәләкәйҙән эш рәтен белеп, Урал энеһе менән Динә һеңлеһенә терәк-таяныс була. Атаһы Фәтих Ноғоман улы - колхозсы, әсәһе Хәлиҙә Нәҡиулла ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған абруйлы уҡытыусы була.
“Әсәй булыу шатлығын татығас, үҙемде донъяла иң бәхетле ҡатын итеп тойҙом. Сөмбөл ҡыҙымдың тыуыуын яҙмышымдың иң оло бүләгеләй ҡабул иттем. Уның барлығы тормошома яңы мәғәнә өҫтәп, йәшәйешемде йәмләндереп ебәрҙе”, - ти Гүзәл Фәтих ҡыҙы. Әйткәндәй, Сөмбөл Нариман Сабитов исемендәге махсус музыка мәктәбенең саксофон класын, “Веселинка ”өлгөлө балалар хореография ансамблен тик "бишле" билдәләренә генә тамамлай. В.Комаров исемендәге пионерҙар һарайында 14 йыл шөғөлләнә. М.Горький исемендәге 3-сө гимназияны алдынғылар сафында тамамлаған ҡыҙ, ҡытай телен тәрәнерәк өйрәнеп, дипломат һәм тәржемәсе булыу хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Шанхай инженерҙар әҙерләү университетында уңышлы уҡып йөрөй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәм балаһына бәхет-шатлыҡ менән бергә ҡайғы-хәсрәт, юғалтыу ҙа кисерергә тура килә шул. Иң ҡәҙерле кешеһе – һөйөклө әсәһенең ҡапыл вафат булыуы Гүзәлде ныҡ тетрәтә. Уның өсөн донъя туҡтап ҡалған кеүек тойола. Әсе күҙ йәштәренә быуылып, ауыр тойғолар солғанышынан арына алмай йөрәге әрней. Күңел һыҙланыуҙары шиғыр булып ағыла. Яҡындары, ҡыҙы хаҡына артабан йәшәү, уны бәхетле итеү теләге көс бирә. Яңы дәрт-ғәйрәт менән алға ынтыла.
Инде байтаҡ йылдар ул телевидениеның тәүәккәллек, етеҙлек талап иткән иң яуап-лы һәм мөһим тармағы - "яңылыҡтар хеҙмәте"ндә хәбәрсе булып эшләй. Был вазифала ла тилбер журналист һынатмай, республика халҡын мөһим хәбәрҙәр һәм илебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошо менән ихлас таныштырып тора. “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа, - тигән һымаҡ, минең дә ғүмерем юл гиҙеп үтә. Бәхетлемен. Ниндәй генә юлға сыҡһам да, йәйғор оҙата бара, шуға сәфәрем уңа”, - тип ихлас йылмая Гүзәл Фәтих ҡыҙы. Эйе, яңылыҡтар хәбәрсеһе һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Республикала булған йөрәк әрнеткес янғын ваҡыттарын, юлдарҙағы төрлө аварияларҙы тура эфирға сығарырға, коронавирус ваҡытында ирекмәнлек вазифаһын да үтәргә тура килә уға. Әйткәндәй, намыҫлы, тырыш хеҙмәтенә юғары баһа биреп, хөкүмәтебеҙ Гүзәл Фәтих ҡыҙын Рәсәй Дәүләт Думаһының Маҡтау хаты, “Мы вместе”, “За доблесть” миҙалдары, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме менән бүләкләне. Уға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, еңел булмаған эшендә тел асҡыстары теләйем. Һәр сәфәренән көтөп торған яҡындары янына шатланып ҡайтырға насип булһын. Йәйғорло ғүмер юлыңды тик йылы ҡояш нурҙары йылытһын!
Рим ИСЛАМҒОЛОВ,
мәғариф һәм хеҙмәт ветераны.
Ҡормантау ауылы.

Хәбәрсе яҙмышын барлап
Хәбәрсе яҙмышын барлап
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: