+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Июнь 2022, 10:05

"Мағаш тауышы" ултырышы үтте

Ошо көндәрҙә редакция районыбыҙҙың әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәрен үҙендә ҡабул итте: "Табын" район гәзите ҡарамағында дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләп килгән "Мағаш тауышы" әҙәби берекмәһенең ултырышы үтте.

"Мағаш тауышы" ултырышы үтте
"Мағаш тауышы" ултырышы үтте

Ултырышты асып, «Табын» гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева барыһын да ике йылға һуҙылған «тәнәфес»тән һуң ошолай осраша алыу менән тәбрикләне, ниәтләнгән уй-пландарҙы хәтергә төшөрҙө, берекмә ағзаларының һуңғы осорҙа башҡарған эштәрен, уңыштарын барланы. Атап әйткәндә, ике йыл эсендә байтаҡ авторҙарыбыҙ китаптар баҫтырып сығарҙы: аҡһаҡалыбыҙ, яугир-шағир Вилдан Шәриповтың – ике, сәсәниәләребеҙ Фәүзиә Ҡотлогилдинаның – ике, Лилиә Миниязованың – бер, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәйлә Сабитованың бер китабы донъя күрҙе. Гөлназ Ғәбитова проза йыйынтығы баҫтырҙы. Донъяны ялмап алған сир таралыу сәбәпле, күҙмә-күҙ осрашыу туҡталып ҡалһа ла, интернет селтәрендә аралашыу, ижад емештәре менән уртаҡлашыу, төрлө бәйгеләр дауам итте. Мәҫәлән, Ф.Ҡотлогилдина яҡташыбыҙ, ғалим Ғиниәт Ҡунафиндың юбилейына арнап интернетта әйтештәр башлап ебәргәйне, ул республика ғына түгел, төбәк-ара сараға әүерелде. Фәүзиә апайҙың үҙенең юбилейына ла ижадташтары шундай уҡ әйтеш арнаны. Уның бер нисә йыл инде интернетта балалар араһында «Ҡышҡы йәйғор» ижадсылар конкурсын ойоштороуын, «Табын» гәзите, район китапханаһы менән берлектә М.Ғафуриға арналған шиғырҙар конкурсы үткәреп, шағирҙың тыуған көнөндә шиғриәт кисәһе үткәреүҙе башлап сығыуын да маҡтап үтмәй булмай.
Китап баҫылып сығыу – уртаҡ шатлыҡ. Авторҙарыбыҙҙың сыҡҡан бер китабы хаҡында гәзитебеҙ һөйөнсөләй бара, шулай уҡ урындарҙа улар менән танышыу саралары, һөйләшеүҙәр үтеп тора. Сәйетбабала Рәйлә Сабитованың «Һауалағы торна артынан» тигән китабының исем туйы матур үтте. Уны Күмертау ҡалаһына саҡырып, юғары кимәлдәге китап уҡыусылар конференцияһы үткәрҙеләр. Г.Ғәбитова, Ф.Ҡотлогилдина яңы китаптарының исем туйын билдәләнеләр.
Яңыраҡ ҡына күршеләрҙә – Ҡырмыҫҡалы районында билдәле шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә арналған «Аҡ күгәрсен» ижади конкурсында Яугилденән Лилиә Миниязова ҡатнашып, дипломға лайыҡ булды.
Һәр авторыбыҙҙың да тиерлек интернетта үҙ сәхифәһе бар, «Мағаш тауышы» төркөмө лә әүҙем генә эшләй, - тине Гөлдәр Барый ҡыҙы.
Ултырыштың көн тәртибендә әҙәби берекмәгә етәксе һайлау төп мәсьәлә булып торҙо. "Мағаш тауышы"на етәкселек итеүҙе ижадташтары бер тауыштан Рәйлә Сабитоваға йөкмәтте. Сәйетбаба ауылында йәшәп ижад итеүсе, "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы булып эшләүсе Рәйлә Хәбир ҡыҙы - ярайһы танылған прозаик, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, өс китап авторы. Уға әҙәби берекмәне яңы офоҡтарға алып сығыуын, емешле хеҙмәт теләнеләр.
"Мағаш тауышы"ның элекке етәксеһе Рәмзиә Монасипова берекмә етәксеһенең урынбаҫары итеп һайланды.
Ултырышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең яңы шиғырҙарын уҡынылар, фекер алыштылар, киләсәккә матур уй-пландар ҡорҙолар, бергәләп байтаҡ һәйбәт эштәр башҡарырға килештеләр. Пландар араһында "Мағаш тауышы"ның элекке етәксеһе, арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән оҫта шағирыбыҙ Фәрғәт Ғәлиндең иҫтәлеген мәңгеләштереү темаһы ҡыҙыл еп булып үтте. Теүәлерәк итеп әйткәндә, вафатына бер йыл тулғанда (ноябрҙә) уның Хәтер кисәһен үткәреү, унан алда Ф.Ғәлин шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында видеоконкурс үткәреү («Мағаш тауышы» әҙәби бите төркөмөндә ойоштороласаҡ) һәм башҡа эштәр күҙалланды. Төплө бер фекергә килеп, Ф.Ғәлин исемендәге конкурс булдырыу, уның шиғырҙары, юморескалары, мәҡәләләрен китап итеп сығарыу кәрәклеге лә әйтелде.
«Мағаш тауышы»ның эшен йәнләндереү йәһәтенән дә байтаҡ эшлекле тәҡдимдәр әйтелде. Берекмә ағзаларының иң һәйбәт шиғырҙарынан дөйөм йыйынтыҡ нәшер итергә; профессиональ яҙыусылар, шағирҙар менән оҫталыҡ дәресе кеүек осрашыуҙар ойошторорға; китап сығыу, юбилейҙар уңайынан авторҙарҙың ижад кисәләрен үткәреүҙе тергеҙергә; төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙә әүҙемерәк ҡатнашырға, бер-береңде димләп-этәреп йүнәлеш бирергә кәрәк тип табылды.

"Мағаш тауышы" ултырышы үтте
"Мағаш тауышы" ултырышы үтте
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: