Байрам түрендә төп ра-йон тирмәһе үҙенең бай, зауыҡлы биҙәлеше, мөһабәтлеге менән һоҡландырып, айырым урын алған. Һабантуй ҡапҡаһы янында ҡунаҡ ҡаршылау тирмәһе лә дөйөм күренеште тулыландырып ҡына ебәрә ине.
Ауыл советтары иһә бөтәһе 11 тирмә ҡорған. Уларҙы аулаҡлап, яҡынданыраҡ күреп сығырға ашыҡтым. Һәр ауыл биләмәһе үҙ төйәктәренә хас һыҙаттарҙы, кәсептәрҙе күрһәтергә, мөмкин тиклем боронғо үткәндәргә күҙ һалырға тырышҡан. Һәр тирмәлә көйәнтә-биҙрә, ағас киле, һелкәүес, сәңгелдәк, самауыр, балаҫ һуғыу станогы, йөн эшкәртеү ҡоралдары, бура “ҡойо” кеүек халыҡтың көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған.
Тирмәләр сафын Красноусол ауыл биләмәһе башлап ебәргән: тирмәһе, кәртә-ҡоймалары йыйнаҡ итеп ҡоролған, ихатала умартасылыҡ атрибуттары, данлыҡлы минераль һыуҙар, Красноусолдың талдан үреү оҫтаһы Иван Соколовтың көнкүрештә бик кәрәкле кәрзиндәре урын алған. Уларҙың күршеләре – төрлө күргәҙмәләрҙә, сараларҙа ҡатнашыу тәжрибәһе бай булған Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе - сағыу ҡул эштәре, Табын ауыл биләмәһе – коррекция интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яһаған оҫталыҡ өлгөләре, Ишбулатовтарҙың умартасылар династияһының күргәҙмәһе менән һоҡландырҙы. Айырыу-са үтә күренмәле бал ҡорто умартаһы барыһының иғтибарын йәлеп итте.
Аҡкүл менән Мораҡ ауыл биләмәләренең берлектәге тирмәһе башлыса ошо төбәктә йәшәүсе сыуаш мәҙәниәтен сағылдырҙы, айырыуса тирмә эсе сигеүле-сүпләмле таҫтамалдар, селтәрҙәр, ә ихата яһалма күл, халыҡ оҫтаһы Александр Заплатиндың картиналары, ағас һындары менән матурлап биҙәлгәйне.
Үтәк менән Яңғыҙҡайын ауыл биләмәләренең тирмәһенә яҡынлау менән төбәктең уңған, егәрле эшсәндәренең фотолары иғтибарҙы йәлеп итә. Бер яҡ ситтә татар өйө күренеше яһалған. Красная Поляна утарының билдәлелек яулаған тәбиғи продукцияһы тәҡдим ителде.
Толпар, Ташбүкән, Ташлы ауыл биләмәләренең дөйөм тирмәһендә, әлбиттә, урмансылыҡ, һунарсылыҡ темалары төп урында: йәнлек тиреләре, урмансының формалы эш кейеме, биҙәкле ат сбруйы һәм уларға ғына хас шыҙ (пихта) миндеге, ылаш ҡорото башҡа әйберҙәр араһында айырылып торҙо.
“Их, ҡапҡаһы ла, ҡапҡаһы”, - тигәндер күптәр Буруновка ауыл биләмәһе тирмәһенә еткәндә. Тирмә-ихата ниндәйҙер зауыҡлы йыйнаҡлығы, хеҙмәт кешеһенә дан йырлауы менән айырылып торҙо. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе ата-бабаларҙан ҡомартҡы булып һаҡланып килгән көнкүреш әйберҙәренән тотош музей мөйөшө ҡорған.
Ә был тирмә эргәһендә тотош сауҙа башланған. Имәндәштәр икән. Бер һылтауҙан ике һылтау: еләк, йәшелсә-сәскә үрсетмәләре, май-ҡаймаҡ, ҡорот-эремсек, һөт-ҡымыҙҙарына һатып алыусыһы ла етерлек булды, был төбәктең урмансылыҡ, умартасылыҡ, ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ, балыҡсылыҡ менән йәшәүен, төрлө оҫталыҡ эштәренә лә маһир икәндәрен күрһәткән күргәҙмәләр ҙә өлгөрткәндәр. Юрмаштан милли кейемдәге Суфия Юлбарисова ҡорамаларын матур итеп күрһәтте, уңған хужабикәләре тирмәлә бай табын ҡороп ҡунаҡ ҡаршылай...
Сәйетбабалар – районда башлап тирмә ҡороусылар булараҡ та, тарихи-мәҙәни үҙәк булараҡ та, тирмәне лайыҡлы әҙерләгәндәр. Тик ямғыр яуа башлап, ҡаплап торолоу сәбәпле, күп экспонаттарҙы ныҡлап күреп булманы. Данлыҡлы оҫта Рабиға Йәрмиеваның балаҫтары, станогы, уға арналған стенд исемле (Мәҙәни мираҫ, Хеҙмәт династия-лары) йылдарға ишара яһай. Тирмә эсе инде иң нәҙберек турис-
ты ла һоҡландырырлыҡ.
Йәнә бер йәмле тирмә – Бурлы һәм Бельский ауыл биләмәләренең уртаҡ емеше “йәйләү” ауылын ослап ҡуйҙы. Бында тәү күҙгә ташланғаны – ике ҡаһарман яҡташтары: Бурлынан Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповҡа һәм Игенйылғанан Дан орденының тулы кавалеры Хөснулла Яркаловҡа арналған стенд булғандыр. Күҙ яуын алырлыҡ бәйләм әйберҙәр, һике, сәңгелдәк, ситән, ҡойо һәм биҙрә-көйәнтә халыҡтың көнитмешен күҙ алдына баҫтыра.
Тирмәләр ура-
мының осонда районыбыҙ Кулибиндарының эштәре урын алған. Бында бигерәк тә ир-ат күп. Бурлынан билдәле оҫта Фәрүәз Ғибадуллиндың “Ока” еңел машинаһы нигеҙендә үҙе яһаған тулы приводлы бәләкәй йөк машинаһы (етмәһә, тағылмалы!) күптәрҙе һоҡландырҙы. Мотоблоктан эшләнгән мини-тракторҙарҙың авторы Бурлынан Наил Шәрипов икән. Арыраҡ йәнә техника мөғжизәләре – мотоблок һәм уға хужалыҡта бик кәрәкле ҡулайламалар: ике төрәнле һабан, бәрәңге ултыртҡыс, күмдергес һәм ҡаҙып алғысты Сәйетбабанан Рифат Баймөхәмәтов эшләп алған һәм хужалығында бер нисә йыл уңышлы ҡуллана икән.
Тирмәләр ҡорған барлыҡ ауыл биләмәләре лә маҡтауға лайыҡ, конкурс комиссияһы уларға түбәндәге урындарҙы бирҙе: Толпар, Ташбүкән, Ташлы, шулай уҡ Буруновка ауыл биләмәләре – район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Красно-усол, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы ауыл советтарына – III, Сәйетбаба, Бурлы һәм Бельский, Үтәк һәм Яңғыҙҡайын ауыл советтарына – II, Аҡкүл һәм Мораҡ, Имәндәш ауыл советтарына I урын бирелде, Табын ауыл биләмәһе тирмәһе Гран-приға лайыҡ булды.
Һабантуй яланында был көндө үҙенсәлекле ярыш – ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереү командалары конкурсы үтте. Беренсе тапҡыр ғына уҙһа ла, унда 12 команда ҡатнашырға йөрьәт иткән, улар шартлы янғынды һүндереү, физик-тактик әҙерлек һынауҙарын үттеләр. Һөҙөмтәлә 1-се урында Табын, икенселә – Сәйетбаба, өсөнсө урынды Ҡауарҙы ауыл биләмәһе командаһы яулап, дипломдарға һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булдылар. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәре өсөн мөһим күнекмәләр алып, үҙ-ара дуҫлыҡ булдырып таралышты.
Һабантуйҙа ғына була торған төрлө уйындар үҙ ҡатнашыусыларын, көйәрмәндәрен йыйҙы. Ямғыр туҡтауға бейек һырғауыл тирәһендә халыҡ күбәйеп китте. Бында еүеш бағана буйлап тәүге булып үрмәләүсегә бик ауырға тура килгәндер, артабанғы ҡатнашыусылар иһә еңелерәк күтәрелгәндәй тойолдо. Ауыш бүрәнәне башлыса үҫмер малайҙар буйлаһа, бүрәнәлә тоҡ менән һуғышыуҙа, йомортҡа һалынған ҡалаҡ менән уҙышыуҙа, тоҡ кейеп йүгереү, көйәнтәләп һыу ташыу һымаҡ ҡыҙыҡлы уйындарҙа төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашты.
Йылына бер килгән һабан байрамы йәнә лә матур тәьҫораттар ҡалдырып, уҙып китте. Ил-көн имен булып, киләһе йылдарҙа ла шат күңел менән байрам итергә яҙһын!