-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Июнь 2022, 17:20

Мәғрүр Уҡлыҡая, йәмле Еҙем йыйҙы йәштәрҙе

17-18 июндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм «Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль район хакимиәте менән берлектә Табын ырыуҙарының башҡорт йәштәрен районыбыҙҙың Еҙем йылғаһы буйына, Имәндәш, Таш-Аҫты ауылдары янындағы иң гүзәл, һоҡланғыс аҡланға, сал тарихлы мәғрүр Уҡлыҡая итәгенә - “Башҡортостан йөрәге”нә йыйҙы. Табын ырыуҙары башҡорт йәштәренең IV төбәк-ара фестивале “Табынфест – 2022” шаулап-гөрләп үтте. Бында республикабыҙ ҡалаларынан һәм Ғафури, Ауырғазы, Әбйәлил, Учалы, Балтас, Архангел, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән делегация ҡатнашты.

Мәғрүр Уҡлыҡая, йәмле Еҙем йыйҙы йәштәрҙе
Мәғрүр Уҡлыҡая, йәмле Еҙем йыйҙы йәштәрҙе

Әйткәндәй, Табын йәштәренең беренсе фестивале 2017 йылда Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендәге майҙанда үтһә, икенсеһен 2018 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Бишаул-Уңғар ауылы ырыуҙаштарын ҡабул итте, өсөнсөһө 2019 йылда Тәтешле районында үткәрелгән ине. “Табынфест – 2022” Табын ырыуы быуындары араһында бәйләнештәр һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, әүҙем йәштәрҙе туплау, уларҙа әүҙем тормош позицияһы булдырыу өсөн ойошторола.
Беренсе көндө был сараға килеүсе Табын йәштәре Еҙем-Ҡаранда Мәжит Ғафуриҙың һәм Ҡаранйылғала Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында булып, бай күргәҙмәләр менән танышты, Ерек ауылы янындағы Башҡортостандың географик үҙәгендә булды. Ә кисен улар өсөн этно-дискотека ойошторолдо. Ямғыр яуып торһа ла, киске уйындан бер кем таралманы. Ҡунаҡтар танылған артистар Сәғиҙулла Байегет, Илгиз Абдрахманов, Линар Хәлилов, Айнур Ғәзизов һәм “Бишбармаҡ” төркөмөнөң концертын ҡарап, йәштәр йырлап-бейеп күңел асты, бер-береһе менән аралашты.
Икенсе көнөнә иртә менән был һоҡланғыс урынға йыйылған табын ырыуы йәштәре сараның йәме, биҙәге булған ҡурай сәскәһе рәүешендә урынлашҡан тирмәләрҙе ҡарап, бындағы әҙерлектең юғары кимәлдә булыуына инанып, ошо иртәләрен гүзәл урында ҡаршылауҙарына сикһеҙ шатлыҡ кисерҙеләр. Таң менән йылға буйлап һуҙылып, тауҙарға күтәрелгән аҡ томан да серле йәм өҫтәне. Һәр кем юғары кәйеф менән был урындарҙы видеоға, фотоға төшөрөп ҡалырға тырышты.
Ғафуриҙа – изге башҡорт ерендә ҡунаҡтарҙы ололоҡлап ҡаршы алғандан һуң, был сараға йыйылыусылар иң тәүҙә Еҙем йылғаһы ярында йәнә бер арт-объект (стела) асыу тантанаһын тамаша ҡылды. “Батырҙар рухы” тип аталған был объект 2019 йылда башҡорт һәйкәлдәренең дауамы булараҡ тыуған төйәгебеҙ – тарихи Табын ырыуы ерҙәрен ҡурсалаусы батыр рухлы ҡаһарман ҡан–балаларыбыҙға бағышланып, тарихи хәтерҙе һаҡлау, данлы тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү һәм төбәккә туристарҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында йәмәғәт башланғысында барлыҡҡа килгән. Бында яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәровтың аһәңле шиғыр юлдары:
“Уҡлыҡая. Еҙем яры.
Бында тарих терелә.
Батырҙарҙың рухы ҡайта
Изге башҡорт еренә.
Кешеләр бынан үткәндә,
Башын эйергә туҡтар –
Батырҙарҙың рухы, гүйә,
Ергә ҡаҙалған уҡтар!”, - тип яҙылып ҡуйылған.
Тарихи объектты асыуға күп көс һалған бер төркөм ир-егеттәр: Ришат Шаймарҙанов, Рәфис Рәшитов, Ғәйәр Яҡупов, Мөхәмәт Урманшин, Фәнүр Собханғолов, Роберт Түзбәков, Ришат Таһиров, Рәфил Шәмсетдинов, Фаил Бәйшөгөров, Әхмәт Әхтәмов, Рафаэль Әбелғужинға Ғафури район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
- Бөгөн Еҙем буйындағы ошо ҡомартҡыны асырға йыйылғанбыҙ. Был тарихи урын. Беҙ тарихты оноторға тейеш түгелбеҙ. Электән батырҙарыбыҙ булған һәм буласаҡ, - тип билдәләп үтте район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы үҙенең сығышында.
Тарихыбыҙҙы сағылдырған объектты асыуҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, шулай уҡ сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары исеменән Фаил Байшөгөров сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе.
Бына “Батырҙар рухы”на төҙөлгән объектҡа ҡуйылған ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы Р.Р.Ишмөхәмәтов, Ф.Ф.Сыңғыҙов, Ф.Һ.Зәйнетдиновҡа бирелеп, улар таҫманы киҫкәндән һуң эскә үтеп, сәскәләр һалды. Рөстәм Ишмөхәмәтов: “Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү өсөн ошондай урындар күпер булып торорға те-йеш”, - тине.
Артабан был һоҡланғыс ерҙә төп байрам сараһы уҙҙы. Йәштәрҙе байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы, ра-
йон башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, районыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, мәғариф ветераны Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин, ҡайнар сәләмләне.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлағандан һуң, район мәҙәниәт һарайының йыр ансамбле “Табындар” гимнын башҡарҙы. Табын ырыуы флагын күтәреү хоҡуғы Ф.Ш.Ҡоҙаҡаевҡа һәм Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа бирелде. Артабан “Табынфест-2022” асыҡ тип иғлан ителде.
Фестивалде асыу тантанаһында райондың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән пролог бында йыйылған халыҡты тарих төпкөлөнә алып китеп, сағыу, күркәм театрлаштырылған тамаша булды. Бында яуҙан ҡайтҡан Майҡы бейҙе (Ҡадир Ишбулдин) атаһы (Рәмил Ғимрани) шатлыҡлы хәбәр менән ҡаршы ала. Табын ырыуының легендар шәхесе Майҡы бейҙең улы тыуа. Кендек инәһе (Рәсилә Сөләймәнова) баланы ҡулына килтереп тоттора. Йәйләү бала тауышына күмелә, барыһы ла аш-һыу әҙерләй, табын ҡора. Сәхнәләштерелгән был мәл шул тиклем уйланылып эшләнгән, һәр әйбер, мал-тыуар ысынбарлыҡҡа тап килтерелгән. Сәхнә эргәһенә бер төркөм һыбайлыларҙың килеп кереүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың аш-һыу менән булып йөрөүе, хатта бәйле торған кәзә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған, барыһында ла шанлы үткәнебеҙ сағыла ине.
Артабан Красноусол мәсете имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров йыйынға фатиха биреп, изге теләктәрен еткерҙе. Ошонда уҡ был республикала барған ырыуҙар хәрәкәтендә әүҙем эшләгәндәрен баһалап, “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы Ниязбай Сәлимов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаевҡа Рәхмәт хаты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән ошо сараның ойоштороу комитеты рәйесе Әлфиә Барый ҡыҙы Ғимаҙиева, Тәтешле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфиә Урал ҡыҙы Шайнурова бүләкләнде.
Рәсми өлөш тамамланыу менән йәштәр тарих менән бөгөнгөнө бәйләп ойошторолған майҙансыҡтарҙа үҙҙәренең нимәгә һәләтле икәнлектәрен күрһәтте. "Табынфест - 2022" фестивалендә белем биреү майҙансыҡтары һәм оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Улар "Тораҡ пункттарҙың шәжәрәләрен һәм тарихын төҙөү буйынса архив сығанаҡтары менән эш", "Йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү" һәм "Табын ырыуы башҡорттарының традицион кейеме" һәм башҡа темаларға арналды.
Сараның иң сағыу урындарының береһе - “Табын батыры” һәм “Табын һылыуы” конкурстары булғандыр. Төрлө райондарҙан килгән 8 батыр һәм 8 һылыу ҡыҙ төрлө яҡлап үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. “Табын батыры”нда ир-егеттәр үҙҙәре менән таныштырҙы, концерт номеры күрһәтте, ҡул көрәше – армреслингта, милли көрәштә көс һынашты. Һөҙөмтәлә райондашыбыҙ Илгиз Сабиров Гран-при, Илмир Әхмәтйәнов (Дәүләкән) – 1-се, Салауат Миңлебаев (Әбйәлил) – 2-се, Илгиз Рәхмәтуллин (Архангел) - 3-сө, Илфат Әлмөхәмәтов (Ҡырмыҫҡалы) – 4-се, Эдуард Борисов (Тәтешле) – 5-се, Илдар Усманов (Ауырғазы) – 6-сы урындарҙы яуланы.
“Табын һылыуы”конкурсында ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Үҙҙәре әҙерләп килтергән милли аш-һыу, ҡул эше, милли кейемде күрһәтеү бәйгеләрендә ярышты. Башҡорт милли кейемдәрендәге береһенән-береһе һылыу, уңған, оҫта ҡыҙҙарҙың сығыштары байрамдың матур биҙәге булды. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Венера Хаматнурова (Балтас) Гран-при, Гөлнара Юлбарисова (Ғафури) – 1-се, Азалия Рамазанова (Ҡырмыҫҡалы) - 2-се, Алһыу Мусина (Архангел) - 2-се, Эльвира Ахунова (Тәтешле) - 3-сө, Гөлшат Мөсәләмова (Дәүләкән) 4-се урындарҙы алды. Бар еңеүселәргә лә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Байрамда йәштәр спорт ярыштарында ла теләп ҡатнашты – улар волейбол, шахмат, шәшке, гер күтәреү, уҡ атыуҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Йола буйынса, һәр район бер спорт төрө буйынса ярыш үткәрҙе.
Волейбол буйынса Ҡырмыҫҡалы ра-йоны – 1-се, Ғафури – 2-се, Архангел – 3-сө урында булды. Шахматта Ғафури йәштәре алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Икенсе урынды - ҡырмыҫҡалылар, өсөн-
сөнө архангелдәр алды. Шәшке турнирында Ҡырмыҫҡалы – 1-се, Архангел – 2-се, Ауырғазы - 3-сө урындарҙа. Гер күтәреүҙә Ғафури ҡыҙҙары көмөш һәм бронза наградалар алһа, егеттәребеҙ бронза миҙал яуланы. Уҡ атыуҙа Илшат Хәбибуллинға (Ғафури) тиңдәр булманы, ул почётлы беренсе урын алды. Ғафури уҡсылары командаһы ла алтын награда яуланы.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бар яҡтан да маһир - етеҙ ҙә, көслө лә, мәргән дә булған, атта һыбай йөрөүҙә лә һынатмаған. Был конкурстарҙа ла йәштәр үҙҙәрен бар яҡлап һынап ҡараны. Шулай итеп, барлыҡ төр сығыштар иҫәпләнеп, дөйөм мәрәйҙәр һаны асыҡланғандан һуң райондар араһында урындар билдәләнде. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса 1-се урын архангелдәргә, 2-се - ҡырмыҫҡалыларға, 3-сө - ауырғазыларға бирелде.
Фестивалдә Рәйлә Камил ҡыҙы Вахитова (рәйес), Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, Зөләйхә Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина, Клара Ишбулды ҡыҙы Әһлиуллинанан торған жюри эшләне. Бөтә конкурс, ярыштар, мәғариф форумы буйынса һөҙөмтәләрҙе улар барлап, баһалай барҙы.
Ҡул эштәре, халыҡ кәсепселәре, төрлө халыҡ оҫталарының һөнәр эйәләре ҡуйған күргәҙмә-сауҙаһы ҡарап бөткөһөҙ ине. Райондарҙан килгән делегациялар Ғафури районы биләмәләре әҙерләгән тирмәләрҙе биҙәне. Был күркәм сарала ҡатнашыусылар районыбыҙ ауылдары ағинәйҙәре, гимназия хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән төрлө шифалы, тәмле сәйҙәр, буҙа, ҡымыҙ менән һыйланды. Сауҙа-күргәҙмә рәт-
тәрендә район оҫталары ғына түгел, Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларынан кәсепселәр ҙә һатыу итте. Бында ҡулдан эшләнгән милли биҙәүестәр, милли уйын ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, күндән эшләнгән әйберҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ бар ине.
Табын ырыуы башҡорт йәштәренең “Табынфест - 2022” IV төбәк-ара фестиваленә әҙерлек осоронда районыбыҙҙа Табын ырыуы башҡорттары ғаиләләре араһында өс номинацияла бәйге үтте.
“Табын ырыуының өлгөлө йәш ғаиләһе” номинацияһында Имәндәш ауылынан Илмира һәм Әнүр Зәйнешевтар ғаиләһе, “Табын ырыуының күп балалы өлгөлө ғаиләһе” номинацияһында Сәйетбабанан Эльвира һәм Айрат Яхиндар ғаиләһе, “Табын ырыуы йәш ғаиләһенең өлгөлө йорто” номинацияһында Ҡауарҙы ауылынан Минзилә һәм Фәнзил Сөләймәновтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды.
Табын ырыуҙары башҡорт йәштәренең “Табынфест – 2022” төбәк-ара фестивалендә Ырымбур өлкәһенең Новосергеевский һәм Красногвардейский райондарынан - 10, Башҡортостандан 395 делегат ҡатнашты, ике көн эсендә “Башҡортостан йөрәге”ндә 3 меңдән ашыу кеше булды.
Ғафури районынан күсмә эстафетаны – Табынфест" штандартын балтастар ҡабул итеп алды.
Табын ырыуы йәштәренең ата-бабаларҙың тәжрибәһен өйрәнеү, рухи-мәҙәни ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшырыу маҡсаты менән ҙур тарихи әһәмиәткә эйә фестивалде юғары кимәлдә ойоштороп уҙғарғаны өсөн Ғафури районы хакимиәте “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Байрамға килгән бар райондар ҙа, быға тиклем бындай фестиваль үткәне юҡ ине, тип һоҡланыуҙарын белдерҙе. Табын ырыуҙары башҡорт йәштәре ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, был хозур ерҙәрҙән теләр-теләмәҫ кенә таралышты. Маҡсатлы, эшлекле, үҙ шөғөлдәре булған йәштәрҙе күреү ҡыуаныслы булды. Һәр саҡ шулай ата-бабалар ҡомартҡыларын һаҡлайыҡ, тарихыбыҙҙы онотмайыҡ!

Мәғрүр Уҡлыҡая, йәмле Еҙем йыйҙы йәштәрҙе
Мәғрүр Уҡлыҡая, йәмле Еҙем йыйҙы йәштәрҙе
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: