-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Март , 13:36

"Үҫмер" журналға - 95 йәш!

1929 йылдың мартында, бынан теүәл 95 йыл элек Башҡортостанда башҡорт телендә балалар өсөн тәүге журналдың беренсе һаны донъя күрә. “Керпе” тип атала ул. Әммә уның бер нисә һаны ғына сығып ҡала, 1930 йылдан ул мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Пионер” журналы булып сыға башлай.

"Үҫмер" журналға - 95 йәш!
"Үҫмер" журналға - 95 йәш!

“Пионер”ҙың иң беренсе мөхәррире — башҡорт шағиры Хәй Ғабдрафиҡ улы Мөхәмәтйәров. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.

Ул замандарҙа башҡорт телендә китаптар етешмәй, шуға ла “Пионер” журнал-дәреслек булып сыға һәм башҡорт балалары араһында аң-белем таратыу­ҙа ҙур эш башҡара.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы сәбәпле, бик күп баҫмалар, шул иҫәптән “Пионер”ҙы ла нәшер итеү туҡтатылып, яңынан ул 1952 йылда баҫыла башлай. 1991 йылдан алып баҫма “Аманат” исеме аҫтында сыға.

Беҙҙең быуын өсөн мәктәп йылдарында “Пионер” журналы иң ҡәҙерле баҫма булды. Туғыҙ балалы ғаиләбеҙҙә һәр беребеҙ “Пионер”ҙы уҡып үҫтек. Айҙың ниндәй көнөндә журнал килә икәнлеген алдан белеп торабыҙ, почтаны көтөп йөрөйбөҙ. Ҡулға алыу менән, баштан аҙағынаса, тәфсирләп, уҡып сығабыҙ. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат уҡып, эстәлеген кемгәлер һөйләп, шиғырҙарын ятлап уҡ ала торғайныҡ.

80-се йылдарҙа миңә лә яратҡан баҫмам — “Пио­нер” журналы редакцияһында эшләү бәхете тейҙе. Матур хәтирәләр һаҡланған ғүмеремдең иң сағыу осоро булды ул. Әҫәрҙәрен әсбаптарҙа уҡып, фотоларын гәзит-журналдарҙа ғына күргән билдәле шәхестәр, бөйөк яҙыусылар, шағирҙар менән бер коллективта эшләүе ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та, мәртәбә лә ине.
“Пионер”ҙың баш мөхәррире, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанға мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Динис Мөҙәрис улы Бүләков коллективҡа эшкә алды мине.

Телде һәйбәт белгән, редакция талаптарына яуап биргән машинистканы ярты йыллап таба алмаған булғандар. Эш тәжрибәм дә, хеҙмәт кенәгәм дә юҡ. Өфөнөң 78-се училищеһында секретарь-машинистка-стенографистка һөнә­ренә уҡып ҡына сыҡҡанмын. Электрон яҙыу машинкаһында ун бармаҡ менән, баҫмаҡтарға (клавиатура) ҡарамай, минутына 180 хәреф йыя беләм.

Редакцияның ябай механик яҙыу машинкаһының төймәһенә көс менән баҫмаһаң, хәрефтәр сыҡмай. Үтә ныҡ баҫһаң, йоҡа ғына эш ҡағыҙы үтәнән-үтә тишелеп сыға. Яуаплы сәркәтип булып һуғыш ветераны Зиннәт ағай Әминев эшләй торғайны. Ағай ҡалын тауышлы Белорет баш­ҡорто ине. Таяҡҡа таянып, аҡһап йөрөнө. Хә­рефтәре үтәнән-үтә тишелеп бөткән, мин баҫҡан ҡағыҙҙарҙы тотоп, ҡабулбүлмәгә килеп инә лә:
“Зөбәржәт, бармаҡтарың көслө икәнен белдек инде. Хәрефтәрҙе улай сәпәп китмә. Күрәһеңме, ҡағыҙ тишкесләнеп бөткән. Типографияға нисек тапшырабыҙ инде был эште?” – тип борсолоп, миңә иҫкәртмә яһап сыға. Ул тексты яңынан ба­ҫыуы миңә бер ни тормай. Йәһәтләп, яңынан эшләп бирәм. Ҡағыҙҙы тишкесләмәй генә.

Ул замандарҙа коллективта һуғыш осоро һәм унан һуңғы ауыр тормошта сыныҡҡан изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр эшләне. Һәр береһен оло хөрмәт менән әле лә һағынып иҫкә алам. Күптәре был яҡты донъяларҙа юҡ инде. Йәндәре Йәннәттә булһын! Атай-әсәй хәстәрлеге күрһәтеп, хәл-әхүәлде һорашып, һәр ваҡыт матур теләктә торҙолар. Мине бәләкәй балалай күреп, күңелде төшөрмәй генә аҡыллы кәңәштәре менән эшкә өйрәттеләр.

Рәссамдар Хәмит Насыров, һуңынан Искәндәр Ниғмәтйәнов – журналдың биҙәлеш, Венер ағай Йәнбәков – мәктәп тормошо, ә Факиһа апай Туғыҙбаева әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәк­ләне, Рита Мөхәмәҙиева техник редактор вазифаһында эшләне.
Ул заманда уҡыусыларҙан көн дә тоҡлап хаттар алабыҙ. Яуап хаттары “Пионер”ҙың фирма конверттарында адресаттарға китә.
Үҫмерҙәр мәҡәләләр, шиғыр­ҙар, һүрәттәр ебәрә, мөхәббәт серҙәре менән дә бүлешә, кә­ңәш тә һорай. Хатта йәй етһә, ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың һыу инеү кейеме һорап та хат яҙғаны хәтеремдә. Ә бер хатты әле һаман хәтерләйем: “Ҡәҙерле редакция! Мин урыҫ телен бик насар беләм. Һәйбәт итеп өйрәнгем килә. Ҡайһы уҡыу йортонда уҡыталар икән ул. Адресын яҙып ебәрегеҙ әле, зинһар!” — тиелгәйне унда.

“Башҡортостан пионеры” (хәҙер­ге “Йәншишмә”) гәзите коллективы менән бик татыу, берҙәм булдыҡ. Уларҙың баш мөхәррире булып шағир Сафуан Әлибаев эшләй ине. Әһәмиәтле байрам­дар ҙа гел бергә үтте. Бер профсоюз ойошма­һында торҙоҡ.

1986 йылда Динис ағайҙы Башҡортостандың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп эшкә алғас, баш мөхәррирҙәр Даларис Ғабдуллин, һуңынан Юлай Кәримовтар менән бергә эшләргә насип булды. Әйткәндәй, иҫән булһа, Динис Бүләковҡа быйыл 18 майҙа 80 йәш тулыр ине.
Матбуғат йортоноң 7-се ҡатында “Пионер”ҙан тыш “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары редакциялары һәм Башҡортостан журналистар союзы урынлашҡайны. Ҙур портфелдәрен тотоп, иртәнге туғыҙ тулыр-тулмаҫтан, редакцияға яҙыусылар килеп тула. “Пионер”ға үҙҙәренең өр-яңы әҫәрҙәрен алып киләләр.

Элекке “Пионер” менән сағыштырғанда, бөгөнгө “Аманат”тың йөкмәткеһе бик бай, темалар төрлө, биҙәлеше сағыу, ҡағыҙ сифаты яҡшы. Элек балалар өсөн әҙәби әҫәрҙәргә, пионерҙар тормошона күберәк урын бирелде. Ә хәҙерге “Аманат”ты энциклопедик журнал тип атар инем. Балалар зауығын үҫтерер, уның күңел талаптарына яуап бирер һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләгән, тарих, мәҙәниәт, һаулыҡ, тәбиғәт, дин тураһында ла темалар бик күп.

Иң боронғо рубрикабыҙ “Тиҫтерҙәр ижады” әле лә бик популяр. Шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр йыллыҡ конкурстарын бергә туплаған ул. Һәр йыл аҙағында иң яҡшы әҫәрҙәргә йомғаҡ яһала.

“Аманат”тың сайтында (amanat.su), төркөмөндә лә (amanatrb) ҡыҙыҡлы материалдар уҡып, төрлө-төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға була.

“Аманат”та ниндәй генә конкурс үтһә лә, журналдың үҙендәме, сайттамы, һәр бер еңеүсе йәки ҡатнашыусы “Аманат”тың иҫтәлекле бүләктәре һәм Маҡтау билдәләре менән бүләкләнә.

Шулай итеп, “Аманат” тиҫтәләгән йылдар дауамында үҫмерҙәр һәм балалар өсөн ижади оҫтахана булып тора. Мин эшләгән замандарҙағы “Пионер”ҙың йәш хәбәрселәре әлеге көндә, билдәле яҙыусы, шағир, журналистар һәм төрлө өлкәлә билдәле шәхестәр булып, уңышлы эшләп йөрөй. Ул традиция бөгөн дә дауам итә.

Йылдар дауамында журналдың баш мөхәррирҙәре, хеҙмәткәрҙәре алышынып тора. Тик “Аманат” журналы үҙенең йөкмәткеһенә, аманатына һәр ваҡыт тоғро. Аң-белем таратыусы, ижадҡа дәртләндереү­се, тормошта дөрөҫ юл күрһәтеүсе балаларҙың яратҡан журналы булып ҡала!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА,

“Пионер”, “Аманат”тың ветераны, “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе.

"Үҫмер" журналға - 95 йәш!
"Үҫмер" журналға - 95 йәш!
"Үҫмер" журналға - 95 йәш!
"Үҫмер" журналға - 95 йәш!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: