+17 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
3 Августа 2021, 09:35

Һанлы технологиялар ҡулланыла

Бәләкәй иҫәп алыу, йәғни микроперепись тип аталһа ла, 2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттарының дөйөм һаны 683 мең, йәғни 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа иҫәпкә ингән объекттарҙың 93 процентын, тәшкил итәсәк.

Һанлы технологиялар ҡулланылаҺанлы технологиялар ҡулланыла
Һанлы технологиялар ҡулланыла

Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өсөн тәғәйенләнгән, йәки ошо маҡсатта файҙаланылыусы ер участкаларының йәки ауыл хужалығы малдарының милекселәре, файҙаланыусылары, хужалары йәки арендаторҙары булған юридик берәмектәр йәки физик шәхестәр бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттары булып торасаҡ.
Микроперепись барышында иҫәп алыусылар ер ресурстары һәм уларҙың нисек файҙаланылыуы, ауыл хужалығы культуралары һәм күп йыллыҡ үҫентеләрҙең сәсеү майҙаны, ауыл хужалығы малдары һаны тураһында һораясаҡ.
Тәү тапҡыр мәғлүмәттәр тулыһынса һанлы технологиялар ҡулланып йыйыласаҡ. Был инде информацияның сифатын һиҙелерлек яҡшыртырға һәм мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртеү процесын тиҙәйтергә мөмкинлек бирә.
2021 йылдың 1-енән 16 авгусына тиклем электрон хәлдә - Росстаттың web-йыйыу Системаһында йәки махсус элемтә операторҙарында бланкыларҙы үҙаллы тултырыу юлы менән барлыҡ ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары иҫәпкә алып сығыласаҡ. Халыҡтың хужалыҡтары һәм коммерциялы булмаған берекмәләр иҫәп алыусылар тарафынан 1 – 30 августа планшет компьютерҙарын ҡулланып һорашып сығыласаҡ.
Бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға 1415 иҫәп алыусы йәлеп ителә. Ваҡытлыса эшкә алынған хеҙмәткәрҙәр махсус кейемдә була һәм уларға таныҡлыҡ бирелә (паспорт күрһәткәндә ғәмәлдә була). Коронавирус киҙеүе таралыуға юл ҡуймау маҡсатында барлыҡ персонал шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителә.
Иҫәп алыуҙың маҡсатын аңлатыуға килгәндә, физик шәхестәргә ҡағылышлы барлыҡ мәғлүмәт һорау бирелеүсе кешенең һүҙҙәре буйынса яҙып алына, ә алынған яуаптар аноним була, йәғни анкеталар алдан уҡ эйәһеҙ итеп тултырыла.
Бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу-2021-ҙең тәүге йомғаҡтары 2021 йылдың IV кварталында, тулы йомғаҡ 2022 йыл аҙағында яһаласаҡ.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса.

Һанлы технологиялар ҡулланыла
Һанлы технологиялар ҡулланыла
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас