Хужалыҡ игенселәре Яңы Ерек ауылы ҡаршыһындағы “Архат” сортлы яра-уай бойҙай сәселгән баҫыуҙағы уңышты йыйырға төшкәндәр. Беҙгә хужалыҡтағы ураҡ барышы менән танышыу форсаты 7 август, шәмбе көндө, сыҡты. Төшкө аш ваҡытына тура килгәнбеҙ, комбайнсылар ялға туҡтаған. Бер мәлгә генә баҫыу тып-тын ҡалған. Тик оҙаҡҡа түгел, ашнаҡсылар Гөлнара Ғәзизова менән Рәзимә Зәйнетдинова бешергән тәмле ашты ашап, көс-ял алған баҫыу батырҙары йәнә комбайндары штурвалы артына ултырҙы. Хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары Ким Ғәлиәхмәтов, Рәшит Яҡупов, Рәмзил Сәғитов, Закир Иҫәнғәлин “Дон-1500Б” комбайндарында, “ACROS-550” комбайнында йәш комбайнсы Салауат Әбделмәнов иген уңышын йыйыуҙа мәшғүл. Хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов менән Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең төбәк филиалы баш агрономы Лиза Хәйретдинова ла бында инеләр. Лиза Кәшәфетдин ҡыҙы фитомониторинг (үҫемлектәрҙең ауырыуҙары, ҡоротҡостар, сүп үләндәре бармы-юҡмы) үткәреп йөрөй. Комбайн бункерына тулған ашлыҡты Бурлы ауылының ырҙын табағына “КамАЗ” водителдәре Флүр Насретдинов, Илшат Әхмәҙуллин, Камил Сәйғафаров ташып өлгөртөп тора. Яугилде, Бурлы ауылдарындағы ырҙын табағында мөдирҙәр Әлтәф Хәйретдинов менән Алмаз Мәхийәнов етәкселегендә иген таҙартыуҙа операторҙар Данис Ишмөхәмәтов, Фәйез Абдуллин, Альберт Нәзиров, Рим Басиров, Искәндәр Зәйнуллин, Әнүр Башаров мәшғүл. Келәт мөдирҙәре Рәүфә Хәйретдинова менән Гөлназ Абдрахманова үҙ эштәренә яуаплы ҡарай.
- Был ярауай бойҙай баҫыуында икенсе көн эшләйбеҙ. “Архат” сортлы бойҙайҙың гектар ҡеүәте 20 центнерҙан артығыраҡ тәшкил итә, - ти хужалыҡтың тәжрибәле агрономы Раил Мөхәмәтйәнов. – Уңыш йылына күрә ярайһы ғына.
- Хужалыҡта орлоҡтарҙың техник торошона ҙур иғтибар бирелә. Супер-элита, элита, беренсе репродукциялы орлоҡтар сәселә. Ужым бойҙайының “Безенчукская 308” сортынан беренсе репродукция йыйып алдылар, ҡарабойҙайҙың “Землячка” сортының - элиталы, арпаның “Саша” сортының беренсе репродукциялы орлоғон сәскәйнеләр. “Архат” сортлы ярауай бойҙайҙың уңышы йылына күрә насар түгел. Әлеге мәлдә хужалыҡтарҙа фитомониторинг үткәреү менән мәшғүлмен. Шулай уҡ ужым культуралары орлоҡтары тикшерелә. “Урожай” КХ ЯСЙ-е, “ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һы, “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е, “ШЭ Р.Ғ.Ғафаров”, “ШЭ Ю.Ю.Биктимеров” КФХ-ларында тикшерелгән орлоҡтарҙың сифаты һәйбәт. Был эш башҡа хужалыҡтарҙа ла дауам итәсәк. Районда арыштың “Памяти Кунакбаева”, ужым бойҙайының “Безенчукская 308”, “Скипетр”, “Новоершовская”, “Московская 40”, “Башкирская 10” сорттарын сәсәләр. Барыһы ла супер-элита, элита һәм беренсе репродукциялы, - тип таныштырып үтте Лиза Хәйретдинова.
Игенде яҫмаларға һалыуға “МТЗ-82” тракторҙарына тағылған “ЖВЗ-7” сапҡысы менән Урал Йәғәфәров, Айытбай Зәйнешев, Илназ Ғәзизов йәлеп ителгән.
Комбайндар артынса прес-лау агрегаттары менән Рушат Хисмәтуллин, Ғәзиз Рафиҡов, Әмир Хисаметдинов һалам төргәкләй. Данис Садиҡов тейәгән һаламды Венер Ғиззәтуллин, Айгиз Аҡҡолов, Сафуат Яхин, Рифҡәт Ҡорбанғолов фермаға ташый. Унда килгән төргәктәрҙе Әнүр Мифтахов эҫкерткә өйә.
Был эштәрҙән тыш, киләһе йыл уңышына нигеҙ һалыу хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Уңышы йыйып алынған баҫыуҙар йәнә тракторҙар та-уышына күмелә. Ҡеүәтле “К-700” тракторҙарында Рәзит Кәримов, Урал Исҡужин, төнгө сменала Рөстәм Шаһиев туңға һөрөү менән мәшғүл.
Барлыҡ эштәрҙе комплекс-лы алып барған хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә теләк бер: аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен тулы көсөнә файҙаланып, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алығыҙ.