Ғөбәйҙулла Зәйнетдинов 1951 йылдың 13 авгусында Ерек ауылында тыуып-үҫеп, ошонда башланғыс белем алғандан һуң, артабан күрше – Яугилде һәм Бурлы мәктәптәренә йөрөп уҡый. 1969 йылда өлгөргәнлек аттестатын Бурлы урта мәктәбендә алған егет документтарын Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙерге Аграр университет) зоотехния факультетына тапшыра. 1974 йылда был уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса өс йылға Баймаҡ районына, Сибай совхозының Куйбышев бүлексәһенә зоотехник итеп эшкә ебәрәләр. Йәш белгес бар белемен, тырышлығын, булмышын яратып һайлаған һөнәренә бағышлап, уңышлы эшләй, һынатмай. Йәшлек мөхәббәтен дә ошонда тап итә Ғөбәйҙулла Насретдин улы. 1976 йылда Баймаҡ һылыуы Миңзәлә Ғаязетдин ҡыҙы менән яҙмыштарын бер бөтөн итеп, Зәйнетдиновтар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Ғаиләнең бәхетенә шатлыҡ өҫтәп улдары Ғәлим донъяға килә.
Бында эше көйлө генә барһа ла, тыуған яҡтары әленән-әле үҙенә тартып, саҡырып торған, өҫтәүенә, яңғыҙ йәшәгән әсәһе өсөн борсолған Ғөбәйҙулла Нас-ретдин улына (әсәһенең берҙән-бер балаһы) 1977 йылда ғаиләһе менән тыуған районына ҡайтырға насип була. Районыбыҙҙағы иң ҙур һәм көслө “Ғафури” совхозына зоотехник-селекционер итеп тәғәйенләнә, ғаиләһе менән Табын ауылында төпләнә. Бында бер йыл эшләгәс, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, үҙ эшен төплө белгән, үҙ бурыстарын яуаплылыҡ менән башҡарған булдыҡлы белгескә совхоздың Архангелка бүлексәһенә управляющий вазифаһын ышанып тапшыралар. Артабан тиҫтә йылдан ашыу совхозда баш зоотехник йөгөн тарта. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында уңышлы эшләгән совхоз тарҡалып, “Заря” һәм “Архангельский” совхозына бүленә. Ғөбәйҙулла Насретдин улы “Заря” совхозына директор итеп тәғәйенләнеп, алты йыл етәкселек итә.
Ғ.Зәйнетдиновтың артабанғы хеҙмәт юлы район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә дауам итә – район хакимиәтенең ул ваҡыттағы башлығы Барый Исмай улы Кинйәғолов ауыл хужалығы продукцияһы әҙерләү һәм сифат буйынса баш дәүләт инспекторы итеп эшкә тәғәйенләй. Райондың баш зоотехнигы, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы (Илдар Вәлиев була) урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы булып эшләй. Ғөмүмән, районыбыҙҙың ауыл хужалығы тармағына 43 йыл (25 йылы – хужалыҡта, 18-е – район хакимиәтендә) ғүмерен бағышлап, хаҡлы ялға туҡтай юбиляр. Тыуған районының ауыл хужалығы тармағы үҫешенә күп йыллыҡ фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге бик күп Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән Ғ.Н.Зәйнетдиновтың. Улар араһында иң ҡәҙерлеһе - Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы Маҡтау грамотаһы, тармаҡтың хеҙмәт ветераны ул.
Ирмен тигән ир кешегә үҙ ғүмерендә ул үҫтереү, йорт һалыу, ағас ултыртыу фарыз тигән изге төшөнсә йәшәй. Ғөбәйҙулла Насретдин улы был бурыстарҙы артығы менән үтәгән. Тормош иптәше Миңзәлә Ғаязетдин ҡыҙы менән өс ул – Ғәлим, Илшат, Ринатҡа ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр, барыһына ла юғары белем алырға, үҙ тормоштарын ҡорорға ярҙам иткәндәр. Йорт та һалған, уландарына ла үҙ ҡыйығын булдырырға ярҙамлашҡан. Улдарының барыһы ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Иң өлкәне – Ғәлим ауыл хужалығы фәндәре кандидаты ла, ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында, кесеһе – Ринат Булгаковола йәшәй. Уртансыһы - Илшат иһә Табында атай нигеҙе ҡаршыһында йорт һалып, ошонда төпләнгән. Ул Ерек
ауылында ҙур магазин төҙөп, ауыл халҡын бай тауар ассортименты менән һөйөндөрә. Аталы-уллы Зәйнетдиновтар тыуған ауылдарын ярҙамдарынан ташламайҙар, яуҙа һәләк булған еректәр иҫтәлегенә обелиск төҙөткәндәр.
Тормош гелән шатлыҡтарҙан ғына тормай икән шул. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй, яҙмыш һынауҙарын да татырға тура килә Ғөбәйҙулла Насретдин улына. Бынан ун йыл элек мәкерле сир улдарын ғәзиз әсәйҙәренән, үҙен һөйөклө ҡатыны - Миңзәләһенән мәңгелеккә айыра. Нисек кенә ауыр булмаһын, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә кәрәклеген тойоп, күтәрә алмаҫтай ҡайғыны түҙемлек, сабырлыҡ менән еңеп сығырға үҙендә көс таба ул.
Яңғыҙлыҡтың ауырлығын кисергән Ғөбәйҙулла Насретдин улы тормош юлында үҙенә ғүмерлек терәк-таяныс булырҙай – Имәнлек ауылынан Әлфиә Фәйзулла ҡыҙын осратып, яҙмыштарын бәйләйҙәр. Ике ғаилә бер булып, парлы ғүмер кисерәләр, матур итеп донъя көтәләр. Ғөбәйҙулла Насретдин улы бөгөн 5 ейән һәм 3 ейәнсәрҙең яратҡан олатаһы ла.
70 йәштең үренә артылған Ғ.Н.Зәйнетдиновҡа яҡындарына ҡәҙерле яратҡан тормош юлдашы, атай, олатай, кәрәк-терәк, таяныс, аҡыллы кәңәшсе булып, ҡәҙер-хөрмәткә, шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә төрөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүен теләйбеҙ.