Йәштәр Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған саҡта танышалар. Артабан улар араһында мөхәббәт хисе уяна. Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән Риф ағай физика-математика факультетында уҡыһа, Ауырғазы районы Толбазы ауылы һылыуы Әлмира апайыбыҙ рус теле һәм әҙәбиәте факультетында белем ала. Диплом алған йәш белгестәрҙең икеһен ике яҡҡа эшкә ебәрәләр. Риф Заһит улын - Үтәк ауылына, Әлмира Миңлейәр ҡыҙын - үҙ районының Мостафа ауылына. Йәштәр бер-береһе менән хат аша аралашып тора. Бер йылдан улар бергә булырға һүҙ ҡуйышып, ғаилә ҡоралар. Хеҙмәт юлын да бергәләп Имәндәш урта мәктәбендә дауам итәләр. Артабан йәш пар Сәйетбаба урта мәктәбенә күсеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға белем бирәләр, икеһе лә хеҙмәт ветераны.
Бәхетле ғаиләлә дүрт бала үҫте. Барыһы ла мәктәпте миҙалға тамамланы, олоһо Азамат “алтын”ға лайыҡ булһа, Гөлназ, Илгиз, Гүзәл “көмөш”кә бөттөләр. Юғары белем алып, ғаилә ҡороп, бөгөнгө көндә атай-әсәйҙәрен һигеҙ ейән-ейәнсәр менән ҡыуандырып, тормош көтәләр улар.
Ярты быуат дауамында Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, фәрештәләрҙе көнләштереп, кешеләрҙе һоҡландырып, бер-береһенә, балаларына оло терәк һәм ярҙамсы, аҡыллы кәңәшсе булып донъя көтөүҙәрен дауам итә Вәлиевтар. Ғаилә тигән атамаға тап төшөрмәйҙәр. Республикала беренселәрҙән булып, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булдылар. Ауылдаштары араһында ла хөрмәткә лайыҡ улар. Ярҙамсыллыҡтары, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле булыуҙары менән айырылып торалар. Бөгөн ирле-ҡатынлы рәхәтләнеп йорт эштәрен башҡара, ауырлыҡтарға зарланмай, күк йөҙөнөң тыныс булыуына һөйөнөп йәшәйҙәр.
Вәлиевтар ғаиләһен күркәм ғаилә байрамы менән Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы. Уның Ҡотлау Хатын һәм бүләкте Сәйетбаба ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Фәнизә Зәйнулла ҡыҙы Байбулдина тапшырып, йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
Киләсәктә лә был күркәм ғаиләгә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәгеҙ, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Рәүилә ЙӘНТҮРИНА,
Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе.