Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа һайлау алды агитацияһын уҙғарыу өсөн “Табын” гәзитендә түләүһеҙ нигеҙҙә баҫма майҙан биреү буйынса йәрәбә уҙғарыу тураһында белдереү.
2021 йылдың 17 авгусында 14.00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 33-сө йорт адресы буйынса, "Табын" гәзитенең баш мөхәррире бүлмәһендә (2-се ҡат) сәйәси партиялар һәм теркәлгән кандидаттар араһында "Табын" гәзитендә бушлай баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үтә.
Йәрәбәлә ҡатнашыусыларҙы теркәү 2021 йылдың 17 авгусында 13.30-ҙан 14.00 сәғәткә тиклем уҙғарыла.
Йәрәбәлә ҡатнашыусылар тын юлдарын шәхси һаҡлау саралары файҙаланырға, санитар арауыҡ һаҡларға тейеш.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(34740) 2-16-31, 2-21-55.