Уҙған уҡыу йылында Табын коррекция мәктәп-интернатында республиканың 8 районынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле 115 уҡыусы белем алған. Уларҙың 99-ы интернатта йәшәгән.
Яңы уҡыу корпусының төҙөлөп бөтөүе уҡыу һәм өҫтәлмә белем алыу өсөн уңайлыҡтар арттырҙы.
Барлыҡ белем биреү учреждениеларындағы кеүек, коррекция мәктәп-интернаты коллективы ла үҙенең белем-тәрбиә биреү эшмәкәрлеген алдан өйрәнелгән, раҫланған программаға ярашлы алып бара. 2020-2025 йылдарға ул “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында белем биреүҙең сифатын күтәреү, педагогик технологияларҙың йөкмәткеһен яңыртыу” тип атала. Уҙған уҡыу йылында коллектив үҙенең эшмәкәрлеген “Дәрес сифатына яңы талаптар – белем биреүҙең йөкмәткеһен яңыртыуға йүнәлеш” темаһына ярашлы алып барған. Ошонан сығып тормошҡа ашырыласаҡ маҡсат һәм бурыстар билдәләнгән.
Мәктәптә 6 методик берекмә эшләй. Бар саралар методик совет һәм методик берекмәләр планына ярашлы уҙғарыла.
Табын коррекция мәктәп-интернаты коллективы “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” төбәк проектына әүҙем ҡушылып, уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, һаулыҡ гигиенаһы һәм мәҙәниәте өлкәһендә белемдәрен арттырыу, физик культура һәм хәрәкәтсән уйындар менән үҙаллы ҡыҙыҡһыныуҙарын тәрбиәләү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
Төрлө предмет уҡытыусыларынан тыш, мәктәптә логопед, психолог, социаль педагог, тәрбиәселәр, 2 шәфҡәт туташы эшләй. Уларҙың берҙәм хеҙмәте үҙ емештәрен бирә, һөҙөмтәлә мәктәп-интернат уҡыусылары төрлө конкурс, фестиваль, смотр, олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.
Эштәрен 4 хеҙмәт дисциплинаһы йүнәлешендә алып барған педагогтар уҡыусыларҙа киләсәк тормоштарында кәрәк буласаҡ төрлө күнекмәләр тәрбиәләргә тырышалар. Ҡайһы бер уҡыусыларға ағас эше оҡшаһа, икенселәренә – тегеү, өсөнсөләренә – штукатур-маляр, дүртенселәренә иһә ауыл хужалығы һөнәрҙәре яҡын. Улар өсөн мәктәптә махсус йыһазландырылған теген цехы, ағас эше оҫтаханалары, информатика кабинеты һәм башҡалар бар.
Факультативтарҙа педагогтар уҡыусыларға тәрәнерәк белемдәр бирә. “Финанс грамоталылыҡ” күнекмәләрендә уларҙы аҡса менән эш итергә, дөрөҫ тотонорға һәм аҡса эшләү юлдарын табырға өйрәтәләр. “Экология һәм беҙ” занятиеһы, исеменән үк күренеүенсә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Информатика дәрестәрендә уҡыусылар компьютер һәм башҡа заманса гаджеттар менән эш итергә өйрәнә.
Факультатив дәрестәрҙә теге йәки был һөнәрҙе үҙләштергән мәктәп уҡыусылары ысын һөнәрмәндәр булыу өсөн колледждарға уҡырға инә. 2020-2021 уҡыу йылының 9-10 класын тамамлаусы 22 уҡыусының бер төркөмө Стәрлетамаҡ күп профилле колледжына документтарын тапшырып, штукатур-маляр, тегенсе, ташсы булырға теләк белдергән. Балаларҙың төрлө яҡлап үҫешенә яҡшы ойошторолған түңәрәктәр эше лә булышлыҡ итә. “Декоратив-ҡулланма сәнғәт”, “Вокал”, “Умартасылыҡ”, “Тегенсе”, “Сәйлән менән үреү”, “Ырғаҡ менән бәйләү”, “Кирбес һалыу”, “Бәйләү” һәм башҡа түңәрәктәрҙе Е.В.Подлесная, Ф.Н. һәм И.И.Күсәрбаевтар, Н.Р.Аветисян, З.Н.Князева алып бара.
Алда әйтелгәнсә, бындай эҙмә-эҙлекле эштең һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәй. “Абилимпикс” инвалидлығы булған һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр араһындағы һөнәри оҫталыҡ VII төбәк чемпионатында кирбес һалыу буйынса Фәнзил Федосеев (етәксеһе – Ф.Н.Күсәрбаева) 1-се урын алған. Хәҙер уның алдында республика данын Мәскәүҙә яҡлау бурысы тора.
Ағас эше буйынса Радмир Юлдашев - 2-се, Дмитрий Сукокузов – 3-сө урында (етәксеһе – И.И.Күсәрбаев) булһа, ырғаҡ менән бәйләүҙә Алһыу Сәғитова 2-се урын (етәксеһе – З.Н.Князева) алған. Ҡалған ҡатнашыусылар – Данил Зубков, Гөлнара Нафиҡова, Гөлназ Мансурова, Вадим Насиров, Илья Антипов, Артем Васильевҡа сертификаттар тапшырылған.
Ауыл хужалығы министрлығы уҙғарған һүрәттәр конкурсы һөҙөмтәләре буйынса сертификаттарға Нурсад Әбсәләмов, Антон Антонов, Вера Михайлова, Гөлнара Нафиҡова, Айҙар Юламанов, Илья Сатлыҡов, Марина Захарова, Әлиә Рузиева, Айназ Әминев, Динислам Ямалиев, Данил Кириллов, Дарья Герасимова лайыҡ булған.
Коррекция мәктәптәре араһында уҙған “Белем марафоны-2021” зона олимпиадаһында Радмир Юлдашев (етәксеһе – И.И.Күсәрбаев) почетлы 1-се урынды алһа, Гөлназ Мансурова (етәксеһе – Е.В.Подлесная) өсөнсө булған. Ошо уҡ олимпиаданың республика этабында Р.Юлдашев еңеү яулаған. Фидаил Шәмсетдинов менән Арыҫлан Ямалиев “Ҡанатлы аттар” республика фес-тивале сиктәрендә ат сабышы спорты
буйынса махсус олимпия ярыштарында икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алған.
Компьютерҙы өйрәнеүҙә лә уңыштары етерлек. Мәҫәлән, Рәмзил Насиров (етәксеһе – Н.А.Зимина) “Янғын һағы хәүефһеҙлеге” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
Мәктәп уҡыусылары бик күп конкурс, фестивалдәрҙә һәм турнирҙарҙа Маҡтау грамоталары, дипломдар, сертификаттар менән бүләкләнгән. Был үҙ сиратында педагогтар һәм айырыуса уҡыу-тәрбиә һәм хужалыҡ эштәрен ойоштороп, йүнәлеш биреп, контролдә тотоп көн-төн менән иҫәпләшмәй эшләгән мәктәп директоры Ф.Ә.Йәнешева өсөн ҙур ғорурлыҡ.
- Эшемдә балаларҙы яратҡан, үҙ һөнәренә тоғро педагогтарҙан торған берҙәм коллективҡа таянам. Беҙҙең ата-әсәләр комитеты уҡыу-тәрбиә эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Комитетта уҡыу, хеҙмәт, мәҙәни-спорт һәм туҡланыу секторҙары йүнәлештәре буйынса 13 ата-әсә эшләй. Уны әүҙем йәмәғәтсе Ә.Ә.Мөхәмәтйәнова етәкләй, - ти Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы.
Дөйөм ата-әсәләр йыйылыштарында тәрбиәүи эштең илһөйәрлек, әхлаҡи-этик, экологик һәм башҡа йүнәлештәрҙәге мәсьәләләре ҡарала.
- Һәр уҡытыусы, класс етәксеһе һәм тәрбиәсе аралашыу өсөн асыҡ, шуға күрә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән ата-әсәләр уларға, шулай уҡ миңә һәм минең урынбаҫарҙарыма мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙең балаларҙы тегергә, бәйләргә һәм башҡа күнекмәләргә өйрәтергә килеүсе ирекмәндәр өсөн дә мәктәп ишеге һәр ваҡыт асыҡ, - тип һүҙен дауам итә директор.
74-се янғын-ҡотҡарыу часына экскурсиянан һуң янғын һүндереүселәрҙең үҙебеҙгә килеүе балалар өсөн ҙур шатлыҡ булған. Мәктәптә мәҙәни-спорт саралары, предметтар буйынса айлыҡтар, конкурстар, олимпиадалар даими үтеп тора.
Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы һөйләүенсә, мәктәп-интернатта 6 тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Йыл һайын уҡыусылар ентекле медицина тикшереүе үтә. Диспансерлаштырыу һөҙөмтәләре буйынса улар район, республика дауаханаларында, реабилитация үҙәктәрендә һаулығын нығыта.
Табын коррекция мәктәп-интернаты сығарылыш уҡыусыларының яҙмышы менән бында оҙаҡ йылдар ҡыҙыҡһынып торалар. Уҡыусылар үҙҙәре лә ғәмһеҙ бала саҡтары уҙған, иң бәхетле мәл булып хәтерҙәрендә ҡалған туған мәктәптәрендә уҡыған йылдарын һағынып иҫкә ала.