Унда районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәре, тарихсылар, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан ауылдарының тарихын өйрәнеү, башҡорт ырыуҙары хәрәкәтендә генеалогик тикшеренеүҙәр тыуған яҡты өйрәнеүҙең яңы форматы, республикалағы археологик һәйкәлдәрҙе өйрәнеү һәм популярлаштырыу, тыуған яҡты өйрәнеү эштәрен популярлаштырыуҙа музей һәм китапханаларҙың ролен уртаға һалып тикшерҙе.
Сараны асып, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм:
- 25 июндә Өфөлә республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәренең ҙур форумы үтте. Уның маҡсаты – республика ауыл-ҡалалары тарихын өйрәнеү, генеалогик тикшеренеүҙәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, башҡорт ырыу-ҡәбиләләре хәрәкәтен йәнләндереү, тыуған яҡты өйрәнеү эшендә музей һәм китапханаларҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыу һәм башҡалар. Форумда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырып, уларҙың береһе – бөгөн урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, тарихсыларҙы “түңәрәк өҫтәл”гә йыйҙыҡ, - тине Рәфис Рәшит улы.
Сарала Р.Р.Аҡҡужин, Ғ.З.Ҡалмырҙин, Р.М.Ғимранов, В.Н.Курмаев, Р.Ә.Раҡаев, Х.В.Ишмырҙин, Р.Х.Сабитова, Ф.С.Зәйнуллина, Р.К.Ишмырҙина, О.С.Николаев ҡатнашты.
Район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Илгиз Ралиф улы Урманшин Ғафури районында археологик һәйкәлдәрҙе өйрәнеү һәм популярлаштырыу, тарихи-мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау проблемалары хаҡында һөйләне.
- Беҙҙең Ғафури районы биләмәһендә боронғо ауыл һәм ҡаласыҡ урындары, гидронимдар һәм топонимдар (уларҙың килеп сығышын күптәр белмәй), археологик мәҙәни ҡатламдар бик күп. Тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорттар күсмә һәм ярым күсмә тормош алып барған, бер ниндәй ҙә ауыл-ҡаласыҡтар төҙөмәгән, тигән хата фекер йәшәй. Яҙма документтар бының киреһен иҫбатлай, борон Көньяҡ Урал биләмәһендә боронғо ауыл-дар һәм ҡаласыҡтар бик күп булған. Шуларҙың береһе - Еҙем йылғаһы буйындағы уникаль археологик һәйкәл-ҡомартҡы – беҙҙең эраға тиклем III-XIII быуаттар менән билдәләнгән Имәндәш ҡаласығы. Ул беҙҙең эраға тиклем IV-XII быуаттарҙағы Турбаҫлы мәҙәниәтенең бер варианты булған. Тап Ағиҙел йылғаһының урта ағымы бу-йынса, шул иҫәптән Ғафури районы биләмәһендә археологик ҡаласыҡтар бик күп. Шулай уҡ был Ағиҙел йылғаһының урта ағымы биләмәһен башҡорт халҡының иң тәүге үҫеше менән бәйләйҙәр. Башҡорт этносы Көньяҡ Уралдағы Ағиҙел йылғаһының урта ағымында йәшеренгән, тип әйтә алыуыбыҙ өсөн Имәндәш ҡаласығын өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә.
Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙиндың сығышы тыуған яҡты өйрәнеүҙә башҡорт ырыуҙары хәрәкәтендә генеалогик тикшеренеүҙәргә арналды.
- Рәсәй тарихын респуб-ликабыҙ тарихынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Киләсәккә ышаныс менән ҡарау өсөн бөгөнгө хәлдә үткәнде бик яҡшы күҙалларға тейешбеҙ. Республиканың, халҡыбыҙҙың тарихында донъяуи әһәмиәткә эйә фәһемле нәмәләр бик күп. Беҙ өйрәнгән хәҙерге тарихта күптәр башҡорттар хаҡында 922 йылда Ибн Фаҙлан үҙенең сәйәхәтендә иҫкә алған, тип иҫәпләй. Был фекерҙе күп ғалимдар кире ҡаға, күптәр әлегә тиклем дауам итә. Әммә был башҡорт халҡының бигүк тәрән тарихы түгел. Беҙҙең быуаттар төпкөлө аша ҡараған ғалимдарыбыҙ булды һәм бар. Был бер булһа, икенсе яҡтан ҡарағанда, башҡорт халҡын үҙ биләмәһенән күсереү хаҡында һөйләгән һәйкәлдәребеҙ бар. Шуларҙың береһе – ЮНЕСКО тарафынан танылған Шүлгәнташ мәмерйәһе менән “Урал батыр” эпосы бәйле. Тарихсыларҙың барыһы ла Урал батырҙың 5 мең йыл элек барлыҡҡа килгәнлеген иҫбатлайҙар. Бындай байлыҡ бар халыҡта ла юҡ, - тине Ғ.Ҡалмырҙин. – Башҡорт ырыуҙарына килгәндә, әле башҡорттарҙың төп 7 ырыуын билдәләйбеҙ, әммә был символик мәғәнәгә генә эйә, иң боронғо быуаттарҙа башҡорт халҡына башланғыс һалған 12 ырыу булғанлығы билдәле. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ошо уҡ ырыуҙар башҡа күп төрки халыҡтар иҫәбендә булырға тейештәр. Мәҫәлән, Табын ырыуы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, XVIII быуатта Рәсәйҙең тарихсы ғалимдары башҡорттарҙың дүрттән бер өлөшө, йәғни һәр дүртенсе башҡорт Табын ырыуынан булыуын иҫбатлағандар. Донъяла 2 миллион башҡорт йәшәһә, шуның яртыһы Табын ырыуынан икәне билдәле. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡтарҙың бик күп өлөшөн Табын ырыуы вәкилдәре тәшкил итеүен дә беләбеҙ. Улар менән бәйләнеште үҫтерергә кәрәк, - тине Ғәлинур Зиннур улы.
Үтәк ауылынан Рауил Әнүәр улы Раҡаев тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын өйрәнеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу, районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Виктор Николаевич Курмаев башҡорт ырыуҙарын генеалогик тикшереү, “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Хәбир ҡыҙы Сабитова ауылдың тыуған яҡты өйрәнеү музейы (экскурсоводы булып тора) эшмәкәрлеге, генеалогик ағасты төҙөүҙә яңы мөмкинлектәргә, халыҡ,
айырыуса үҫеп килгән йәш быуын араһында тыуған яҡты өйрәнеү эшен популярлаштырыу буйынса күҙәтеүҙәренә, беҙҙең тарихи ерлектәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәренә, Ж.Ғ.Кейекбаев йорт-музейы мөдире Рима Камил ҡыҙы Ишмырҙина тыуған яҡты өйрәнеү эштәрен популярлаштырыуҙа музейҙың роле, район ДОСААФ ойошмаһының эҙләнеүселәр хәрәкәте ағзаһы Олег Сергеевич Николаев Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалғандарҙы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүсе эҙәрмәндәр хәрәкәтенә, Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимранов
ауылдар тарихын өйрәнеү проблемаларына, үҙәк район китапханаһы мөдире Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллина тыуған яҡты өйрәнеүҙә китапханаларҙың роленә туҡталды. Хәннән Вәлиулла улы Ишмырҙин тыуған яҡты өйрәнеү кеүек сараларҙы киләсәк быуын ҡатнашлығында үткәреп, уларҙы ырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүе менән таныштырырға һәм ошо нигеҙҙә үҫтерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Форум һуңында резолюция ҡабул ителде. Унда Ғафури тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының яңы концепцияһын әҙерләү, Турбаҫлы мәҙәниәтенең бер варианты булған Имәндәш ҡаласығын популярлаштырыу, башҡорт ырыуҙарын (40-лап ырыу бар) тәрәндән өйрәнеү, быға йәш быуынды ла йәлеп итеү, топонимдарҙы, гидронимдарҙы, уларҙың Ғафури районында килеп сығышын өйрәнеү, тыуған яҡты өйрәнеү характерындағы саралар үткәреү, үҫеп килеүсе йәш бы-уындар ҡатнашлығында археологик, этнографик экспедициялар ойоштороу, район китапханаһы менән берлектә уның базаһында тарих һөйөүселәр клубы булдырыу, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеген актуалләштереү тигән тәҡдимдәр индерелде.