Һәр коллективтың янып торған, үҙ эшенең яҡты биҙәге булған кешеләре була. Улар хаҡлы ялға сыҡһа ла бергә эшләгән иптәштәре менән аралашып, ҡайнап йәшәй. Редакциябыҙҙың шундай кешеләренең береһе - яҡты йондоҙо булған Флүрә апайыбыҙға ошо көндәрҙә 85 йәш тулған булыр ине.
Йәмле Мәндем, Өйә йылғалары буйын, Аҡбейек, Ҡарауыл, Ташбашы, Йәнекәй тауҙары битләүен төйәк иткән донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала 1936 йылда тыуған Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы. 1954 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Өфө ҡалаһына БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. Әммә яңғыҙ әсәһен, туғандарын йәлләп (атаһы яу яланында батырҙарса һәләк булған була) ауылға кире ҡайта. Уҡырға зирәк ҡыҙ бер аҙҙан Стәрлетамаҡтағы культура-ағартыу училищеһына инә һәм был уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Мәскәүгә уҡырға китергә йөрөгәндә ғүмерлек тормош юлдашы Фәнил Заһретдин улы Садиҡовты осрата һәм улар ғаилә ҡоралар. Күп тә үтмәй, йәш ғаилә Үзбәкстан яҡтарына юллана. Барыу менән фатир бирәләр. Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы китапханала уҡыу залы етәксеһе булып эш башлай. 1958 йылда тәүге балалары – игеҙәктәр Фәйем менән Фуат донъяға килә. Сабыйҙар һауа шарттарына яраҡлаша алмау сәбәпле, тыуған яҡтарына кире ҡайталар. Быяла ауылы мәктәбендә 5 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, Ф.Садиҡованы 1965 йылда “Йондоҙ” район гәзитенә тәржемәсе итеп саҡырып алалар. 30 йылға яҡын редакцияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы ла 6 йыл Красноусолдағы 2-се мәктәптә эш башҡарыусы булып эшләй.
Ихлас, бар яҡтан да килгән Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы тормош иптәшенән дә уңа. Төрлө ойошмаларҙа шофер булып эшләгән Фәнил Садиҡов менән бер-береһенә ихтирам тулы тормошта 36 йыл ғүмер итәләр. Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләлә 4 бала – 3 малай, 1 ҡыҙ үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнил Заһретдин улы иртә вафат була. Бала ҡайғылары ла күрергә тура килә әсә кешегә. Ауыр саҡтарҙа үҙ-үҙенә йыуанысты эшенән, һәүәҫкәр артистка булараҡ сәхнәнән таба. Оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт һарайы сәхнәһенән төшмәй спектаклдәрҙә уйнауы тормошоноң тағы ла сағыу биҙәге булып тора.
Тәжрибәле тәржемәсе булараҡ, мәктәп эскәмйәһенән саҡ сыҡҡан йәш хеҙмәттәштәренә оҫта, сабыр кәңәшсе-тәрбиәсе булды, улай ғына түгел, төрлө уҡыу йорттарын тамамлап редакцияға, типографияға эшкә килгән бөтә йәштәр уға тартылды. Ул һәр береһенә кәрәк саҡта ихлас ярҙам итте. Һәр юбилейын редакция коллективын, район мәҙәниәт һарайында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе бергә саҡырып йортонда ихлас ҡунаҡ итте. Уның һәр ерҙә таҙалыҡ хөкөм һөргән, йыйнаҡ, нурлы өйөнә, матур-матур һауыт-һабаларҙа нәзәкәтле һый-ниғмәт ултыртылған өҫтәленә һоҡланып, үҙебеҙгә ниндәйҙер йәшәү тәме тойоп, көс алып ҡайта инек. Ул һәр саҡ баҡса тултырып йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт, мал аҫрап, матур донъя көттө. Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы йәштәр менән дә еңел уртаҡ тел таба торғайны. Шуға ла уның дуҫтары араһында төрлө йәштәге әхирәттәре күп булды.
Тик быйыл 20 июндә шат, изге күңелле Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙ уға ошо юбилейында оҙон ғүмер теләйһе урынға, тыныс йоҡла, йәнең йәннәттә булһын, Флүрә апай, тип әйтәбеҙ. Әле лә редакцияға әллә ҡайҙан йылмайып, ихлас, хөрмәтле ветераныбыҙ килеп керер ҙә, хәл-әхүәл белешеп, беҙгә яңы көс биреп, кәйефте күтәреп сығыр төҫлө. Тик тормоштоң үҙ ҡанундары, үҙеңә яҙған ғүмер юлдары шул… Уның яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр, “беҙҙең Флүрә апай”, тип һағынып иҫкә алырбыҙ. Район матбуғаты ветераны булараҡ йәш быуынға ла уның һәйбәт сифаттарын һөйләп, өлгө итеп ҡуйырбыҙ. Был көндө Флүрә апай үҙе лә күктән яҡты йондоҙ булып беҙгә бағып, үҙенең юбилейында беҙҙең хистәрҙе тойоп торор кеүек...
“Табын” район гәзите коллективы.