Яңылыҡтар
24 Августа 2021, 11:25

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн, хәтер - мәңгелек

Районда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған 63 обелиск-һәйкәл бар ине. Уларға йәнә берәү өҫтәлде. 21 августа Ҡотлоғужа ауылында тантаналы шарттарҙа обелиск асылды.

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн,  хәтер - мәңгелекҺәйкәлдәр – тереләр өсөн,  хәтер - мәңгелек
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн, хәтер - мәңгелек

Күп ҡорбандар килтергән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡотлоғужа ауылы халҡы ла ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисерә. Илен һаҡлап 195 ир-егет фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 112-һе яу яландарында батырҙарса һәләк булған. Хәҙер инде һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандарының да (83 яугир) иҫәндәре ҡалмаған.
Яу яландарында һәләк булғандарҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән Ҡотлоғужа ауылында обелиск эшләп ҡуйырға ҡарар ителә. Был изге эш обелиск проектын тәҡдим иткән ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе – бөгөнгө көндә Ауырғазы районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ директоры булып эшләгән, Ауырғазы район Советы депутаты, афған һуғышы ветераны Айрат Әсҡәт улы Ғәббәсовтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Ҡотлоғужа ауылы халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштары был эшкә бер төптән булып ҡушылған.
Һәйкәлдең урыны итеп ауылдың тау битләүендә, элекке ауыл хакимиәте бинаһы урынлашҡан урында һайланыуы менән әһәмиәтле. Тап ошо ауыл хакимиәте янынан ир-егеттәр һуғышҡа оҙатылған. Ҙур, мөһабәт һәйкәл ике өлөштән тороп, мәрмәр таҡтаташҡа уң яҡта – Еңеү менән ҡайтҡандар, һулда – Ватан өсөн һәләк булғандар исемлеге яҙылған, Мәңгелек ут та урынлаштырылған.
Сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары Файруз Ғимаҙиев, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров, “Рәсәй афған втерандары союзы” Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Илгиз Вәлиев, “Ветеран Башкортостана” журналы мөхәррире Светлана Беллендир, Айрат Ғәббәсов, Ғафури һәм Ауырғазы райондары ветеран-афғансылары, ауыл кешеләре һәм балалар ҡатнашты.
Тәүге һүҙ Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәровҡа бирелде.
- Обелиск төҙөү буйынса ойоштороу эштәрен былтыр яҙ айҙарында ойоштороу комитеты төҙөп башлап ебәргәйнек. Төп эштәрҙә бағыусылыҡ ярҙамын Ҡотлоғужа ауылында тыуып үҫкән, афған һуғышы ветераны Айрат Әсҡәт улы Ғәббәсов күрһәтте. Был эштәрҙе ул “Атайсал” республика программаһына ярашлы алып барҙы. Уға ауыл хакимиәте һәм ауылдаштар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ Ҡотлоғужа ауылы халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштар тарафынан обелиск төҙөү өсөн ярайһы ғына күләмдә аҡса йыйылды. Аҡсалата ла, ҡул көсө менән дә ярҙам иткән ауыл халҡына ҙур рәхмәт. Был эшкә ауыл биләмәһе лә үҙ өлөшөн керетте, обелискының тирә-яғын кәртәләп алыу өсөн материалдар һатып алынды. Ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙы билдәләп үтергә кәрәк. Бына улар: ауылдашыбыҙ, район ЮХХДИ-һы инспекторы Илдар Флүр улы Хөсәйенов (Айрат Әсҡәт улының ярҙамсыһы), кирбес заводы директоры Наил Нәзиф улы Сәғәҙиев, “Ауырғазы ПУЖКХ-һы” МУП-ы баш инженеры Фидан Фаил улы Мөхәмәтйәнов, Ауырғазы ДРСУ-һы начальнигы Артур Яхъя улы Фәйзуллин, Ауырғазы ДРСУ-һы баш инженеры Нияз Миңнислам улы Миниятов, Стәрлетамаҡ ЖБЗ-һы директоры Артур Әфҡәт улы Мөхәмәтшин һәм Ҡыуғанаҡ ЖБЗ-һы начальнигы Гөлнара Ринат ҡыҙы Мостафина, Ауырғазы районы вәкилдәре – шәхси эшҡыуар Рәфил Миңлехажи улы Иҙрисов, сервис генераль директоры Игорь Альбертович Иванов . Шулай уҡ обелиск эшләүселәрҙе йылы, тәмле аштары менән һыйлаған Гөлшафиға апай Ғәббәсоваға (Айрат Әсҡәт улының әсәһе), ветерандарҙың исемлектәрен барлаусы Рәдиф Әбделбарый улы Халиҡов менән Рәйфә Миңлеғәли ҡыҙы Рамазановаға рәхмәтлебеҙ. Обелискының ауыл биләмәһе өсөн әһәмиәте ҙур, берҙән, һуғыш яланында һәләк булған һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерәбеҙ, икенсенән, үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ, - тине Ю.Әхмәров. Һәм һәйкәлде төҙөүҙө тос өлөш индергән бер төркөм әүҙемселәргә Бельский ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелде.
-Бөгөн, ысынлап та, районыбыҙ тарихында тантаналы һәм бик тә әһәмиәтле мөһим ваҡиға. Бындай сараларға ра-йонда ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы 2-3 йылда бик күп һәйкәлдәр асылды. Бурлы ауылында Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповҡа, Рус Саскүлендә Антон Ковальскийға һәйкәлдәр булдырылды, шулай уҡ Яңы Еректә, Уҫман, Аҡкүл ауылдарында обелискылар барлыҡҡа килде. Быйыл Яңғыҙҡайын ауылында ике Советтар Союзы Геройына һәйкәл асырға планлаштырыла. Быларҙың барыһы ла үҫеп килгән йәш быуында патриотик рух тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Шуға ла йәштәргә ошондай һәйкәлдәр аша яугир олатайҙарыбыҙ һуғыш яландарында беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, тыныс күк йөҙө өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкәндәрен һәм һәләк булғандарын аңғартырға тейешбеҙ, - тине Ф.Сыңғыҙов. – Бөгөн һәйкәл төҙөлөшөнә ҙур өлөш индергән, бағыусыһы булған, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ эш башҡарған тыуған төйәгенең ысын патриоты Айрат Ғәббәсовҡа, ауыл хакимиәтенә, ауыл халҡына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине Фәнзил Фәйез улы. Ф.Сыңғыҙов А.Ғәббәсовты район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләп үтте.
Район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән барыһын да тәбрикләне һәм Илдар Хөсәйеновҡа район Советының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Бына тантаналы минуттар – һәйкәлдең ҡыҙыл таҫмаһы киҫелә. Ул район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров һәм Айрат Ғәббәсов өлөшөнә төштө. Өс тапҡыр автомат залпы яңғырай. һәйкәлгә веноктар, сәскә гөллмәләре һалына. Һуғышта, яу яландарында ятып ҡалған ата-бабаларыбыҙ, һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙан бөгөнгө көндәргә килеп етә алмай вафат булған ауылдаштары - һуғыш һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Уларҙың яҡты рухына ауылдың имам-хатибы Ришат Кашаф улы Мөлөков Ҡөрьән аяттары уҡып, доға ҡылды, ауылдың тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
Тантаналы митингыла шулай уҡ Файруз Ғимаҙиев, Илгиз Вәлиев, Эльвира Мөлөкова сығыш яһаны. Айрат Ғәббәсов үҙ сиратында һәйкәл төҙөлөшөндә ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың ишем-шәрифтәрен атап, шулай уҡ үҙенең башланғысын хуплағандары өсөн ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Айырыуса әүҙемдәрҙе Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Ауылдаштар исеменән 90 йәшлек мәғариф ветераны Тәнзилә апай тәбрикләп, Айрат Ғәббәсовҡа, бар ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
-Обелискыға 195 ауылдашыбыҙҙың исеме мәрмәр ташҡа уйылып яҙылған. Һәм әлеге майҙансыҡ ситтә һәм бында йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ өсөн дә Ватан һуғышында һәләк булған ата-бабаларыбыҙҙың яҡты рухын иҫкә алыу урынына әүерелер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Киләсәктә беҙгә, ҡотлоғужаларға, әлеге майҙансыҡты таҙа-бөхтә итеп, ағастар, сәскәләр ултыртып, матурлап тотоу бурысы тора. Иншаллаһ, был эштә лә һынатмабыҙ, тип уйлайбыҙ. Беҙҙең Бөйөк Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын, бар донъялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәңгелек дан! – тигән һүҙҙәр менән тамамланы тантаналы сараны алып барыусылар Гөлнара Ғафарова менән Марат Кәримов. Сараны Красноусолдан ветеран-афғансы Марс Хәйруллин менән Марат Кәримов йырҙары менән биҙәне. Байрам тамамланғас, унда ҡатнашҡан һәр кем һалдат бутҡаһынан ауыҙ итеп, рәхмәтле булып, күтәренке кәйефтә таралышты.
Киләсәк быуын, яуҙа һәләк булғандарҙың, тыныс тормошта мәрхүмдәрҙең балалары, яҡындары, ауылдаштары өсөн ҡаһарманлыҡ символы булып торһон был һәйкәл.

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн,  хәтер - мәңгелек
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн, хәтер - мәңгелек
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас