Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2021, 10:50

Өмөттәрҙе өҙмәҫ ҡоролоҡ

Районыбыҙ хужалыҡтарында ураҡ эштәре аҙағына яҡынлашты, техник культураларҙы йыйып алаһы ҡалды. Ураҡ менән бер рәттән мал аҙығы әҙерләү, уңышы йыйып алынып, бушап ҡалған баҫыуҙарҙағы һаламды преслау һәм киләһе йыл уңышына нигеҙ һалыу – ерҙәрҙе эшкәртеү бара.

Өмөттәрҙе өҙмәҫ ҡоролоҡ
Өмөттәрҙе өҙмәҫ ҡоролоҡ

“Агрохим” ЯСЙ-е ауыл хужалығы предприятиеһына А.А.Шапошниковтан һуң, яңы етәксе Руслан Рәжәпов етәкселек итә. Бында ауыл хужалығы ерҙәре 2200 гектар майҙанды биләй. 450 гектар тирәһендә арпа, 400 гектарҙа яҙғы бойҙай уңышы йыйып алынған. Ошо көндәрҙә 550 гектар майҙандағы көнбағыш урағына төшөргә планлаштыралар. Ике хужалыҡты – “Агрохим” менән бер рәттән Үтәк ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығын да (“ШЭ Р.В.Рәжәпов” КФХ-һы) алып барған Руслан Рәжәпов быйыл хужалыҡ эшмәкәрлеге, баҫыуҙар менән танышыу һөҙөмтәһендә барлыҡ майҙандарҙа сәсеү эштәре атҡарылмауын билдәләп үтте. Руслан Венер улы, тәүге йыл ғына эшләүенә һәм йылдың ҡоролоҡло килеүенә, культураларҙан юғары уңыш көтөү мөмкин булмауына ҡарамаҫтан, арпаның уртаса гектар ҡеүәте 30 центнер, ә бойҙайҙың 25 центнер тәшкил итеүен йылына күрә һәйбәт күрһәткес, тип иҫәпләй. Бер ваҡытта ла булмағанса, көнбағыш өлгөргән, уңышын йыйыуҙы ла ике айға иртәрәк башлаясаҡбыҙ, ти хужалыҡ етәксеһе. Әлеге мәлдә хужалыҡ механизаторҙары баҫыуҙағы һаламды преслау, әҙер төргәктәрҙе ташыу, уның артынса ужым культуралары сәсеү өсөн ерҙәрҙе парға һөрөү менән мәшғүлдәр. Беҙ кисә хужалыҡта булғанда, уңышы йыйып алынған баҫыуҙа тейәгес ҡоролмалы “МТЗ-82” тракторында йәш механизатор Рәзим Маликов менән уның ярҙамсыһы Геннадий Михайловты пресланған һаламды тейәп йөрөгәндә тап иттек. Колледж тамамлап, хужалыҡҡа эшкә килгән тырыш, үҙенә ышанып тапшырылған техникаға һаҡсыл, яуаплы ҡараған Үтәк ауылы егете Рәзимгә етәкселек ҙур өмөттәр бағлай.
“Восход-СТ” АП ЯСЙ-ендә йыйып алынған уңыш Родина ауылындағы ырҙын табағында тупланған. Ырҙын табағында эштәрҙең ҡыҙған мәле. Бында ашлыҡ елгәргестәрҙә техник культураларҙан рапсты таҙартыу, сорттарға айырыу эштәре бара. Әсҡәт Ғафаров, Вячеслав Афанасьев, Даниил Лепешковтар был эш менән мәшғүл. Бәғзеләр таҙартылған бойҙай орлоғон тоҡтарға тултырып, келәткә һаҡлауға һалыуға йәлеп ителгән.
Көндәр аяҙ, ҡоро торғанда, бар эштәрҙе теүәлләп ҡуйырға теләп эш итәләр хужалыҡтарҙа.

Өмөттәрҙе өҙмәҫ ҡоролоҡ
Өмөттәрҙе өҙмәҫ ҡоролоҡ
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас