Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2021, 14:50

“Изгелек ваҡыты” акцияһы старт алды

БР Йәштәр сәйәсәте дәүләт комитеты республика Ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге һәм Йәштәр штабы #КомандаМИШ менән берлектә Башҡортостанда муниципалитеттарҙағы ирекмәндәр штабтарына ярҙам йәһәтенән сираттағы акцияға старт бирҙе.

“Изгелек ваҡыты” акцияһы старт алды
“Изгелек ваҡыты” акцияһы старт алды

23 августа "Изгелек ваҡыты" акцияһы сиктәрендә шәхси һаҡланыу саралары – битлек һәм антисептиктар менән тәүге автобустар республиканың ҡала-райондарына юлланды. Автобустар дүрт: Мәләүез-Күмертау-Ермолаево, Бүздәк-Дәүләкән, Раевка һәм Талбазы-Красноусол маршруттары буйынса шәхси һаҡланыу сараларын таратып сыҡты.
Тап ошо көндө районға БР Йәштәр сәйәсәте дәүләт комитетының ведомство-ара учреждениеһы етәкселәренең береһе – Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге директоры Анжелика Нурмөхәмәтова килде. Акция сиктәрендә район хакимиәте бинаһында Красноусол мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары, йәштәр һәм ирекмәндәр менән осрашыу һәм тематик оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.
- Республикабыҙ-ҙың һәр бер ҡала һәм районында муниципаль ирекмәндәр штабы эшләй. Һәр штабта ирекмәндәр командалары булып, улар бар мөһим ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай, әүҙем ҡатнаша – коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итә, биләмәләрҙе тәртипкә килтерә, йәшелләндереүҙә, урман янғындарын һүндереүҙә һәм башҡа эштәрҙә һәр яҡлап яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙа. Беҙ бындай үҙ-үҙен аямаусы фиҙаҡәр кешеләрҙе хупларға һәм үҙҙәренә лә ярҙам итергә тейешбеҙ, - тине Анжелика Антоновна.
Тренинг барышында А.Нурмөхәмәтова Красноусол йәштәренә тормошта нисек уңышлы булыу серҙәре хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Йәмғиәттә социаль тикшеренеүҙәр һәм үҙенең тәжрибәһе нигеҙенә танянып, үҙ тормошоңдо нисек мәғәнәле, сағыу һәм файҙалы итеү хаҡында бәйән итте. Анжелика Антоновна үҙенең ҡыҙыҡлы сығышында һәр минутты ҡәҙерләп, файҙалы эштәргә бағышларға саҡырҙы. Ә йәштәр үҙ сиратында фәһемле сығышҡа бар иғтибарын йүнәлтте.

“Изгелек ваҡыты” акцияһы старт алды
“Изгелек ваҡыты” акцияһы старт алды
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас