Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2021, 10:30

Ғафуриҙа – Бал байрамы

19 августа Красноусол ауылы янындағы "Һабантуй" яланында Республика бал байрамы "Башҡорт балы фестивале" үтте.

Ғафуриҙа – Бал байрамы
Ғафуриҙа – Бал байрамы

Байрамды Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары Ассамблеяһы “Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә ойошторҙо. Фестивалгә республика райондарынан туристар, ҡунаҡтар һәм делегаттар, “Өфө – Бодензее дуҫлыҡ күпере” йәмғиәте вәкилдәре килгәйне. Башҡортостан һәм Германияның Баден-Вюртемберг федераль ере араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыусы ошо берекмә ағзалары бер нисә йыл рәттән Бал байрамына килә.
Байрамды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов йыйылған халыҡты тәбрикләп, байрамдың матур үтеүен теләне.
- Ғафури районы - географик урынына ярашлы Башҡортостандың үҙәге-йөрәге ул, экологик яҡтан таҙа, йомарт хозур тәбиғәтле район башҡорт умартасылығы өсөн бик тә ҡулай, туристар араһында ла ҙур популярлыҡ яулаған. Умартасылыҡ беҙҙә йылдам үҫешә,- тине үҙенең сығышында район етәксеһе.
Ғафуриҙарға һәм район етәкселәренә Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, халыҡ оҫталарын бүләкләне.
Бал байрамының төп өлөшө, әлбиттә, бал йәрминкәһе булды. Йүкә, ҡарабойҙай, сәскә, инә ҡорт һөтөнән һәм башҡа төр балды һәм сәләмәтләндереүсе умартасылыҡ продукцияһын бөтә республиканан йыйылған 160-тан ашыу умартасы тәҡдим итте. Улар араһында Халыҡтар дуҫлығы йортоноң 19 филиалы - тарихи-мәҙәни үҙәк вәкилдәре лә бар ине. “Бал байрамы”нда аш-һыу оҫталарының күргәҙмәләре ҡуйылғайны. Уларҙың төп биҙәге – бал һәм уға бәйле әйберҙәр булды. Күргәҙмәләрҙә декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөләре, боронғо көнкүреш әйберҙәре һәм башҡалар ҙа урын алған. Йәрминкәне ойоштороусыларҙың береһе Халыҡтар дуҫлығы йортоноң рус тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Венера Фарганова әйтеүенсә, бындай сараларҙы уҙғарыуҙың маҡсаты – Башҡортостанға туристарҙы күберәк йәлеп итеү, уларҙы мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыу, төбәгебеҙҙе танытыу.
Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан килгән туристар йәрминкәлә бал, шифалы сәй, башҡа ризыҡтар менән һыйланған арала Германия ҡунаҡтарына махсус әҙерләнгән тирмәлә милли мәҙәниәт өлгөләре, төрлө тарихи осорҙарҙа башҡорт умартасылығының үҙенсәлектәре менән танышты. “Өфө – Бодензее дуҫлыҡ күпере” йәмғиәте рәйесе Надя Винтермайер һәм йәмғиәттең ағзаһы Юрген Редлер бал алыу серҙәрен һәм борондан һаҡланып ҡалған көнкүреш әйберҙәрен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Уларҙы экспонаттар менән “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре таныштырҙы. Илһам Байбулдин ҡурай һәм Рәйлә Сабитова башҡорт биҙәүестәре эшләү буйынса оҫталыҡтары менән бүлеште.
Артабан байрамда этнографик турис-тик фестивалде ябыу тантанаһы үтте. Унда экскурсоводтар араһында еңеүселәр билдәләнде. “Николай ҡорамы” тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, мәҫәлән, “Иң ышаныслы экскурсовод” номинацияһында еңеү яуланы. Николо-Березовканан килгән ҡунаҡтар байрамда баллы торт презентацияланы. Асыҡланыуынса, был ризыҡты юҡҡа ғына һайламағандар, сөнки христиандар августа өс спас, шул иҫәптән баллы спасты билдәләй.
Байрам туристар ҡатнашлығында “Сылбыр” уйыны менән тамамланды. Сараның спорт-уйын өлөшө арҡан тартышыу, уҡ атыу кеүек ярыштарҙан торҙо. Сәхнәлә район таланттары сығыш яһаны.
Халыҡтар дуҫлығы йорто башланғысы менән уҙған йәрминкә Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына ярашлы ойошторолған.
Бал байрамы туристарға һәм ҡунаҡтарға ғына түгел, умартасыларға ла яҡшы кәйеф бүләк итте.

Ғафуриҙа – Бал байрамы
Ғафуриҙа – Бал байрамы
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас