

Һорауға Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова яуап бирә:
- 2018 йылдан башлап һайлауҙар осоронда «Мобиль һайлаусы» механизмы эшләй, ул граждандарға һайлау мәлендә булған ерҙә тауыш бирергә ярҙам итә.
Тик шуныһы, республикала төрлө кимәлдәге һайлауҙар бергә тап килгән осраҡта (быйылғы һымаҡ), һайлаусы регион эсендә генә күсеп йөрөһә лә, үҙ һайлау округынан ситкә сыға икән, ҡайһылыр кимәлдәге һайлауҙа тауыш биреү мөмкинлеген юғалтырға мөмкин.
Әйтәйек, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа һайлаусы «үҙенең» бер мандатлы округы сигенән ситкә китә икән, үҙе килгән һайлау участкаһында бары тик партия исемлеге өсөн генә тауыш бирә ала. Бындағы бер мандатлы һайлау округы буйынса теркәлгән кандидаттарға тауыш биреү өсөн уға бюллетень бирелмәй. «Мобиль һайлаусы» механизмының шарттары шулай.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 29-сы Талбазы, 43-сө Краснохолм һәм 55-се Буйск бер мандатлы һайлау округтары бу-йынса депутаттарҙы өҫтәмә һайлауҙа «Мобиль һайлаусы» гражданға бары үҙ һайлау округы эсендәге теләгән һайлау участкаһында тауыш бирергә ярҙам итә.
Урындағы Советтар депутаттарын төп һәм өҫтәмә һайлауҙа «Мобиль һайлаусы» механизмы эшләмәй.
Ғариза биреү өсөн Күп функциялы үҙәккә, территориаль һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталынан файҙаланырға була. 2021 йылдың 8–13 сентябрендә ғаризаларҙы участка һайлау комиссияларында ла ҡабул итәсәктәр.
Ғаризалар ҡабул итеү пункттарына мөрәжәғәт иткәндә паспорт кәрәк була, шулай уҡ граждан барып тауыш бирергә ниәтләгән һайлау участкаһының номерын белеү һәйбәт. Теләгән участканың урынын Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының һәм республика Үҙәк һайлау комиссияһының сайттарында «Һанлы сервистар» тигән вкладкала табырға була. Әгәр һайлаусы үҙе генә эҙләп табырҙай булмаһа, уға Күп функциялы үҙәк, территориаль комиссия белгестәре ярҙам итер, йә булмаһа Рәсәй ҮҺК-һының (8-800-200-00-20) һәм Башҡортостан Республикаһы ҮҺК-һының (8-800-347-54-54) «ҡыҙыу бәйләнеш» телефондарына шылтыратҡанда әйтерҙәр.