-Районыбыҙҙа газ үткәргестәр һуҙыу эше йылдам дауам итә. Хеҙмәтебеҙҙәге яңылыҡтарға килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡтың ер участкаларына бушлай газ үткәреү талабын ҡуйып, Дәүләт Думаһы ошо хаҡта закон ҡабул итте, әммә әлегә хоҡуҡи нормалар юҡ. Был закон быға тиклем газ селтәренә тоташтырылған ауылдарға ҡағыла. Законға ярашлы, хәҙер тораҡ пунктҡа тиклем һуҙылған торбанан кеше йәшәгән биләмә сигенәсә газ бушлай һуҙылырға тейеш, йәғни был сығымдар беҙҙең газ бүлеүсе ойошма иңенә һалына. Ҡулланыусы ошо сиктән өйөнөң эсенә газ үткәреү һәм кәрәкле ҡорамалдар (ҡаҙанлыҡ, һыу йылытҡыс, торбалар, плита, иҫәпләгестәр һәм башҡалар) һатып алыуҙы үҙ иҫәбенә башҡара. Программаға эләгеү өсөн беҙҙең “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте офисына килеп, йәки Күп функциялы үҙәктәрҙә ғариза ҡалдырырға кәрәк. Әлеге мәлдә ғаризалар ҡабул итеү бара (Красноусол һәм Антоновка ауылы кешеләре әүҙемлеге менән айырыла),
улар буйынса заявкалар әҙерләнә, проекттарҙы ла беҙҙең проектлаусылар эшләйәсәк. Әлбиттә, законда газ үткәреү тураһында аныҡ сроктар билдәләнмәгән. Түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ: паспорт, ИНН, СНИЛС, ерҙең һәм йорттоң һеҙҙең шәхси милек булыуын раҫлаған документтарҙың күсермәһе, әгәр ҙә ер менән йорт башҡа кеше исемендә икән, нотариустан ышаныс ҡағыҙы алырға кәрәк.
Әлеге мәлдә газификацияның икенсе этабы: ҡайҙа әлегәсә газ үтмәгән, шунда газ үткәргестәр һуҙыу эштәре бара. Районда “зәңгәр яғыулыҡ” барып етмәгән ауылдарҙан Ҡолҡан, Ҡаранйылға, Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән, Ҡурғашлы ауылдарына газ торбалары һуҙыу бу-йынса проект эштәре башҡарыла. Газ үткәрергә теләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Йылына 200-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителә. Был тәңгәлдә республика хөкүмәтенең ярҙамы, йәғни айырым категория кешеләргә газ үткәреүгә сертификат бирелеүе этәргес булды, тип әйтергә кәрәк. Сертификат газ үткәреү сығымдарын яртылаш йәки тотош ҡаплай. Сертификат менән газ үткәреү проекты, төҙөлөш-монтаж эштәре, газ ҡорамалдары – плита, ҡаҙанлыҡ, газ иҫәпләгес һәм башҡаһын һатып алыу һәм монтажлау өсөн иҫәпләшергә мөмкин. Был башланғыс та ауыл кешеләренә бик ҡулай булды. Йыл башынан 80 йорт “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды. Красноусолда Йәштәр биҫтәһенә газ үткәреүгә ғаризалар (49 ғариза) ҡабул ителә. Газ үткәрергә теләүселәргә шуны ла әйтеп китеү мөһим: беҙҙә былтырғы, сағыштырмаса осһоҙораҡ хаҡҡа газ ҡорамалдары һатып алыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ өлкән йәштәгеләрҙең хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, иҫкергән газ плиталарын заманса газ контроллеләргә алмаштырыу сараһын күрергә кәрәклегенә иғтибарҙы йәлеп итергә теләйем.
Быйыл тәбиғи газ үткәреүҙән тыш, Красноусолдағы Еңеү, Чесноковка урамында, Игенселәр, Әхмәт ауылдарында шкафлы бүлеү пункттары алыштырылды, Родина, Туғай ауылдарында газ бүлеү пункты реконструкцияланды, 4-се кварталда Имәндәштә шкафлы бүлеү пунктын алыштырыу күҙаллана.
Газ менән эш итеү – үтә лә яуаплылыҡ, теүәллек һәм һаҡлыҡ талап итә. Шуға күрә беҙҙә үҙҙәренең хеҙмәт бурыстарына яуаплы ҡараған эшселәр тупланған. Коллектив тотороҡло, кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Барыһы 58 кеше, күпселеге тәжрибәлеләр, ике-өс тиҫтә йылдан ашыу эшләүселәр ҙә бар, йәш кадрҙарға өмөт бағалайбыҙ. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан экскаваторсы Ришат Кәбиров район хакимиәтенең, слесарҙар Александр Рогачев “Газпром газ бүлеү Өфө” ПАЙ-һенең, Наил Ямалетдинов йәмғиәттең Салауат филиалы Маҡтау грамоталарына тәҡдим ителде.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, беҙҙең тармаҡта эшләп, хаҡлы ялдағы хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы һәм коллегаларҙы һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған яуаплы эштәрендә хеҙмәт уңыштары, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаиләләрендә именлек, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.