Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2021, 09:25

Яңы ҡаҙаныштар һеҙгә!

Хөрмәтле нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Яңы ҡаҙаныштар һеҙгә!
Яңы ҡаҙаныштар һеҙгә!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Бөгөн беҙ бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығыусы, ныҡышмалылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ талап итеүсе һөнәр эйәләре - ысын ир-егеттәрҙе тәбрикләйбеҙ. Хөрмәтле нефтселәр һәм газсылар, һеҙҙең ҡулығыҙҙа халыҡ милке - илебеҙҙең ер аҫты байлыҡтары.
Берҙәм, маҡсатлы хеҙмәтегеҙ һәм оҫталығығыҙ менән тораҡ пункттарға газ үткәрелә, йорттарыбыҙға йылылыҡ һәм йәм керә, сәнәғәт һәм транспорт тейешле энергетик ресурстар менән тәьмин ителә. Былар бөтәһе лә иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итә, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшырта.
Һеҙгә емешле эш, яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары, бөтмәҫ көс-дәрт, бар башланғыстарығыҙҙа уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Яңы ҡаҙаныштар һеҙгә!
Яңы ҡаҙаныштар һеҙгә!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас