Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 10:05

Райондың бер нисә ауыл биләмәһенә тракторҙар һәм янғын һүндереү автомашинаһы ҡайтарылды

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы районда уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы 5 йылда был программа буйынса районда дөйөм 37,5 миллион һумлыҡ 35 проект ғәмәлгә ашырылды. Был программала еңеп сыҡҡан ауыл биләмәләре үҙҙәрендәге теге йәки был өлгөргән проблеманы хәл итә килә. Программаның быйылғыһында беҙҙең райондан бирелгән 15 конкурс заявкаһының 14-е конкурс һайлап алыуында еңеп сыҡты. Күптән түгел был программаға ярашлы, районға дүрт трактор, янғын һүндереү автомашинаһы ҡайтарылды.

Райондың бер нисә ауыл биләмәһенә тракторҙар  һәм янғын һүндереү автомашинаһы ҡайтарылды
Райондың бер нисә ауыл биләмәһенә тракторҙар һәм янғын һүндереү автомашинаһы ҡайтарылды

Конкурста еңеп сыҡҡан Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе программаның бынан алдағы йылдарҙағыһында “МТЗ-82” тракторы, арба, КУН (аҫылмалы ҡоролма) һәм роторлы ҡар көрәгес һатып алды. Ә быйылғы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау-2021” программаһында уңышлы ҡатнашып, республика, ауыл биләмәһе бюджеты һәм урындағы халыҡ, бағыусылар ярҙамы менән янғын һүндереү автомашинаһына эйә булды. Хаҡы 1 млн 600 мең һум торған был техниканың 1 млн һумын республика бүлһә, 100-әр мең һум урындағы халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйылған, 400 мең һумы - Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе бюджеты. Бағыусылар булып шәхси эшҡыуарҙар Рөстәм Йомағолов, Альбина Ибраһимова, Эдита Рәхмәтуллина, Фәнизә Әбделмәнова, Юлай Ғәйнуллин торған.
Программа проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Сәйетбаба һәм Табын ауыл биләмәләре лә янғын һүндереү автомашиналарына эйә буласаҡ. Ташлы ауыл биләмәһе халҡы янғын һүндереү автомашинаһы өсөн яңы мобиль бокс, Имәндәш ауыл биләмәһендә янғын һүндереү машинаһы һәм трактор өсөн йылытылған металл гараж урынлаштырыуҙы планлаштыра.
Красноусол ауыл биләмәһе иһә “МТЗ-82” тракторлы булды. Был программа ярҙамында биләмә икенсе йыл рәттән техника алыуға өлгәште, 2019 йылда аҫылмалы ҡоролма менән “МТЗ-82” тракторлы булғайны. Ошондай уҡ тракторҙар Ташбүкән ауыл биләмәһе, Бурлы ауыл биләмәһе, Мораҡ ауыл биләмәһе ауылдарына ла ҡайтарылды.
Проектта еңеп сыҡҡан Ҡауарҙы ауыл биләмәһе “МТЗ-82” тракторына тағылма, ҡар таҙартыу ҡоролмаһы һәм роторлы сапҡыс аласаҡ. Әлеге мәлдә был биләмә халҡынан аҡса йыйыу эштәре бара. талпарҙар “МТЗ-82” тракторына 2ПТС-4 тағылмаһы аласаҡ.
Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе был программаға ярашлы “МТЗ-82” тракторы өсөн экскаватор ҡоролмаһына эйә буласаҡ.
Конкурстың һайлап алыу турын уңышлы үткән Аҡкүл ауыл биләмәһе субсидия һәм халыҡтан йыйылған аҡсаны Аҡкүл ауылындағы балалар баҡсаһы бинаһын капиталь ремонтлауға тотонасаҡ.
Бельский ауыл биләмәһенә ҡараған
ауылдар халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашырға теләк белдереп, конкурста еңеп сыҡҡандар спорт һәм ял майҙансығы өсөн ҡоролма һатып алып, уны урынлаштырыу өсөн файҙаланасаҡтар.
Районыбыҙҙың ауыл биләмәләре халҡы, инициатив төркөмдәрҙең “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә 2021 йылда районыбыҙ Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 11,3 млн һум күләмендә субсидия ала. Дөйөм тырышлыҡ менән был программала ҡатнашып, һайлап алыу конкурсында еңеүсе булып, программа проекттары рейтингында беҙҙең район алдынғылар иҫәбендә килә. Артабан да шулай тәүгеләр иҫәбендә булырға яҙһын.

Райондың бер нисә ауыл биләмәһенә тракторҙар  һәм янғын һүндереү автомашинаһы ҡайтарылды
Райондың бер нисә ауыл биләмәһенә тракторҙар һәм янғын һүндереү автомашинаһы ҡайтарылды
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас