Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2021, 16:00

Һоҡланғыс матур пар бит һеҙ!

Һоҡланғыс матур парҙар күп була. Әммә тышҡы матурлыҡ менән эске донъялары бер-береһенә тап килгән, ярты һүҙҙән аңлашып, бер-береһенең булмышын тулыландырып йәшәгән күркәм ғаиләләр һирәк осрай. Шундайҙарҙың береһе - уртаҡ яҙмыш һуҡмағында осрашып, һәр кемде һоҡландырып, бәрәкәтле ғүмер кисереүсе, тормош юлдары сағыулығы менән айырылған Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Фәрзәнә менән Әҡсән Яҡуповтар 10 сентябрҙә бергә тормош ҡороп йәшәүҙәренең 60 йыллығын – гәүһәр туйҙарын билдәләй. Был бик һирәктәргә генә тәтегән бәхет.

Һоҡланғыс матур пар бит һеҙ!
Һоҡланғыс матур пар бит һеҙ!

Ғаилә башлығы Әҡсән Рабулвәли улы Яҡупов 1939 йылдың 1 майында Ғафури районының Уҫман ауылында баш бала, ә Фәрзәнә Хәмзә ҡыҙы 1942 йылдың 25 майында Юлыҡ ауылында иң кесеһе – өсөнсө сабый булып донъяға килә. Икеһе лә һуғыш осоро балаһы. Атайҙарын Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылында уҡ фронтҡа алалар. Әҡсән инәһе Миңлеямал менән атаһының Еңеү менән әйләнеп ҡайтыу бәхетен кисерә. Ә бәләкәс Фәрзәнәгә атаһын бер ваҡытта ла күреү, ғүмере буйы “атай” тигән изге һүҙҙе әйтеү насип булмай. Атаһы Хәмзә Юлыҡов һуғышҡа киткәс донъяға килгән һөйөклө ҡыҙы атаһын, атаһы ҡыҙын күрә алмауы үкенесле.
...Юлыҡҡа дуҫының туйына шаһит булып килгән Әҡсән дуҫынан үҙен берәй һәйбәт кенә ҡыҙ менән таныштырыуын һорай. Уны ауылдың һылыу ҡыҙҙарының береһе Фәрзәнә йәшәгән йортҡа алып киләләр. Егет һылыуға тәү күреүҙән ғашиҡ була һәм оҙаҡ уйламай, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, ҡыҙҙы һоратып киләләр. 19 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙан ризалыҡ ала егет. Шулай итеп, 1961 йылдың 10 сентябрендә йәштәргә никах уҡылып, Яҡуповтар ғаиләһе барлыҡҡа килә.
Өйләнешкәс, ғаилә башлығы Стәрлетамаҡҡа эшкә юллана, ә кәләше Уҫман ауылында ҡайны-ҡәйнә йортонда донъя көтөп ҡала. Йәш киленде яңы ғаиләлә яратып, үҙ ҡыҙҙарылай күреп ҡабул итәләр. Һынатмай килен, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул ваҡытта 15 йәштә булған ҡәйенһеңлеһе Альмира үҙенә күлдәк тегеп кейҙергән еңгәһенең баҙнатсылығын ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала. Еңгәләре булмышы менән хәстәрлексән, оло йөрәкле булып сыға. Яҡуповтар ғаиләһенә килен булып төшкәндә иң кесеһе - 2 генә йәштә булған Мөхәмәтте тәрбиәләшеп, үҫеп буй еткергәс, Стәрлетамаҡта уҡығанда тап ағаһы Әҡсәндәрҙә йәшәүе, әрмегә лә тап уларҙан юлланыуы ошо хаҡта һөйләй.
Артабан Әҡсән кәләшен Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсереп алып килә. Йәш ғаилә 1962 йылда мөхәббәт емештәре - тәүге балалары Винера тыуғансы бер аҙ Мәрйәм апайҙарының барактағы бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәй, артабан ғаилә башлығына эш урынынан иркен, яҡты бүлмә бирәләр. 1965 йылда ғаиләне шатлыҡҡа сорнап, улдары Марс донъяға килә. 1966 йылда иһә йәш белгескә бар уңайлыҡтары булған өс бүлмәле фатир бирәләр. Фатирлы булғас, ҡыҙҙары Гүзәл менән Римаға атай-әсәй булыу бәхетен кисерәләр.
Бына шул замандан 60 йыл ғүмер алты көндәй һиҙелмәй генә үткән дә киткән. Әҡсән Рабулвәли улы 82 йәштә, Фәрзәнә Хәмзә ҡыҙы 80-се йәшенә аяҡ баҫһа ла, йәшлектәге мөләйемлектәрен, ихласлыҡтарын юғалтмағандар. Бер-береһен бик аҙ ваҡыт ҡына күреп-белеп өйләнешһәләр ҙә, бер-береһенә ҡарата хистәре һүрелмәгән әле уларҙың. Бер-береһенә ауыр һүҙ әйтеп, күңелдәрен китмәй, ҡәҙерләп, ихтирамлы-иғтибарлы булып, татыулыҡта, матур, йәғни дөрөҫ йәшәгәнгә лә шулайҙыр ул.
Ҡатын бәхете ирҙән, тигәндәй, Фәрзәнә апай бәхетенә юлында Әҡсәне осрауын яҙмыш бүләге тип һанай. Яҡуповтар балаларының барыһын да оло тормош юлына сығарғандар. 3 ейән, 2 ейәнсәрҙең, 3 бүләсәр, 1 бүләрҙең яратҡан олатай-әсәһе, өләсәһе лә улар. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Балаларына үҙҙәренең өлгөһөндә матур тәрбиә, дөрөҫ йүнәлеш биргәнгә лә, улары атай-инәйҙәренә оҡшап тырыш, тәүфиҡлы, итәғәтле булып үҫкән.
Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әүҙем йәшәү рәүеше алып барып, әленән-әле балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һәм туғандары-яҡындарына хәстәрлек күрһәтеү, ихлас ярҙам ҡулы һуҙыу – Фәрзәнә менән Әҡсән Яҡуповтарҙың бик үҙенсәлекле сифаттарының береһе, ошонан улар ҙур ҡыуаныс һәм кинәнес табып йәшәйҙәр. Уларға кәңәш тә, ярҙам да һорап киләләр. Шуға ла уларҙың фатир ишеге яҡындары, туғандары өсөн генә түгел, таныш-белештәре, ауылдаштарына ла һәр ваҡыт асыҡ. Күршеләре менән дә бик татыу йәшәйҙәр. Фатирҙағы күп кенә әйберҙәр оҫта ҡуллы ғаилә башлығының ҡулдары менән эшләнгән, төрлө көнкүреш техникаһы йүнәтергә лә маһир ул. Яҡуповтарҙың дуҫ, татыу, матур, һәр кемгә өлгө булырлыҡ ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ.
Эскерһеҙ, матур күңелле, яҡты йөҙлө, һоҡланғыс пар Фәрзәнә менән Әҡсән Яҡуповтарға артабан да Стәрлетамаҡ ҡалаһының ғорурлығы, яҡындарығыҙ һәм күптәр өсөн өлгө булып, тиңлектә-тигеҙлектә ҡартлыҡ бәхете кисереп, балаларығыҙға йәшәйеш сығанағы булып, ихтирам-хөрмәттә йәшәргә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Һоҡланғыс матур пар бит һеҙ!
Һоҡланғыс матур пар бит һеҙ!
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас