Әҙәби кисә ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов башҡарыуында аһәңле ҡурай моңо менән башланып китте. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Аҡҡужин сараны асып, тәүге һүҙ Вәлиулла сәсәндең ейәне Ғаяз Әминевҡа бирелеп, ул олатаһы хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. 50 йыллыҡ педагогик стажға эйә Ғаяз Нәғим улына 78 йәш. Әйткәндәй, изге мәғрифәтселек юлын һайлаған Ҡоломбәтовтар нәҫеленең мөғәллимлек стажы яҡынса 300 йыл иҫәпләнә.
- Олатайым иң яҡын кешем булды. Һуғыш ваҡыты - ауыр йылдарҙа районда белемле кадрҙар етмәгәнлектән, инәйем Мөнирә Вәлиулла ҡыҙы Ҡоломбәтоваға заманында олатайым ойошторған мәғариф бүлегендә яуаплы вазифа йөкмәтәләр. Ул мине, алты айлыҡ ҡына сабыйҙы, атай-инәһе, йәғни минең олатай-өләсәйем Вәлиулла менән Рабиғаның тәрбиәһендә ҡалдырырға мәжбүр була. Шулай итеп, мине олатай-өләсәй алты айҙан алып ҡалып үҫтерҙеләр. Олатайымдың һуңғы көндәренә тиклем янында булдым, мәрхүмдең күҙҙәрен йомдороп, тәрбиәләп ер ҡуйынына тапшырҙым. Вәлиулла Ҡоломбәтов Еҙем-Ҡарандан Мәжит Ғафури һәм Бәҙри (Бәҙретдин Мәҡсүтов) менән “өс таған” булалар, бергә Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә, артабан Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыйҙар. Олатайым ауылдың бик тә хөрмәтле, тәртипле кешеһе булды, белемле, грамоталы ине, “Ғәлиә” мәҙрәсәһен отличие менән тамамлаған. Вәлиулла сәсәндең тырышлығы менән халыҡ ижадының байтаҡ аҫыл ынйылары - шиғырҙары, әҫәрҙәре ғәрәп алфавитында һаҡланған, тәржемә талап ителә. Ижад емештәренең байтағы юғалған. Ҡайһы бер ҡулъяҙмаларын инәйем архивҡа тапшырған. Шиғри шәлкемдәре шағир заманында Рәшит Ниғмәти тарафынан тәржемә яһалып, “Халыҡ сәсәне” тигән гәзиттә донъя күрҙе. Һуңғы ваҡытта ижады онотолоп ҡалғайны, яҡташыбыҙ Ниязбай Сәлимов күтәреп сыҡты һәм бар материалдар бергә туп-
ланып, “Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов” тигән китап сығарҙыҡ. Ниязбай Булатбай улына бик ҙур рәхмәт. Олатайымдың 135 йыллығы уңайынан Яҡтыкүл ауылында барельеф урынлаштырҙыҡ. Алла бирһә, ижадын танытыуҙы дауам итербеҙ, йәнә лә китап сығарырбыҙ, - тине Ғаяз Әминев. - Минең атайым – Яугилде ауылы егете Нәғим Әминев – 1944 йылда йәшләй генә яу яланында батырҙарса һәләк була. Инәйем Мөнирә Вәлиулла ҡыҙы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан Ғәни Кейекбаев менән ғаилә ҡора һәм улдары донъяға килә. Бөгөнгө сарала ҡатнашҡан Кейекбаевтар менән инәйебеҙ бер, ә атайыбыҙ башҡа, - тип ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә еткерҙе ул.
Рауил Кейекбаев ғаиләләренең Юлыҡ ауы-лында йәшәүен (инәйҙәре Мөнирәне Юлыҡ мәктәбенә директор итеп эшкә ебәргәндәр) билдәләп, бәләкәй саҡтарында Яҡтыкүлдәге Вәлиулла олатаһы менән Рабиға өләсәһен күрергә барыуҙары хаҡында бына нимәләр һөйләне:
- Беҙгә олатай менән өләсәйҙе күрергә, ҡунаҡҡа барыу бер мөғжизә ине, бик теләп бара инек. Уларҙың йортоноң ситәне буйлап акациялар үҫә, уның аҫтында умарталар теҙелеп ултыра, соландарында олатайҙың ҡорт тотоуын белдереп, дәдәндәр, рамдар тора, балауыҙҙарҙан, төтәткестәрҙән үҙенсәлекле тәмле еҫтәр сығыуы һаман да иҫтә. Олатайҙың урамында ремонтҡа килтерелгән колхоздың бик күп төрлө техникаһы ултыра торғайны. Ул оҫта булараҡ, ватылған деталдәрен ремонтлаған, ҡайһыларын алыштырған, тимәк, техниканы ла биш бармағылай белгән. Беҙ килһәк, алдына ултыртып бармаҡтарҙың һәр береһен ыуа, йәғни массаж яһай ине. Ул бик оҫта рәссам да, алтын ҡуллы ағас эштәре оҫтаһы ла, станоктары булмаһа ла, йорт йыһаздарын үҙ ҡулдары менән эшләгән, ауылдаштары әйтеүенсә, сынъяһау мебель оҫтаһы булған. Беҙҙең өйҙәге йыһаздарҙы: өҫтәл, ултырғыстар, һауыт-һаба шкафтарын олатай эшләгән. Яҡын-тирә ауыл кешеләре йыһаздарҙы унан ғына эшләтеп алыр булған. Бына шулай, талантлы кеше һәр йәһәттән дә һәләтле, тип бушҡа әйтмәйҙәр, - тип хәтер йомғағын һүтте Рауил Ғәни улы.
Дәүләт хеҙмәте ветераны Әнүәр Муллағолов:
- Яҡтыкүл ауылында мин белгәндә, бер уҡымышлы кеше – Вәлиулла бабай бар ине, ғәрәп телен белгән, Ҡөрьәнде һәйбәт уҡыған, яҡын-тирәлә берҙән-бер мулла булды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- Ауылда берҙән-бер ҡойо булып, ул Вәлиулла бабайҙар ҡаршыһында ине. Бөтөн ауыл халҡы ошо ҡойоға һыуға килә, барыһын да әйҙәләп өйөнә саҡырып индереп, бал ҡорттары тотҡас, балдан ауыҙ иттереп, сәй эсермәйенсә ебәрмәҫтәр ине. Мөнирә апай тураһында һөйләгәндә, бик грамоталы, кешелекле, кеселек-
ле кеше булды. Иптәше менән Иҫке Сибайҙа уҡытыусы булып эшләнеләр. Мин мәктәптән һуң Сибайға уҡырға ингәс, бында уҡыуымды ҡайҙандыр ишетеп, үҙҙәренә саҡырып алдылар, уларға даими барып йөрөнөм. Ниязбай Сәлимов “Табын” гәзитендә мөхәррир булып эшләгәндә Вәлиулла Ҡоломбәтовтың иҫтәлегенә тәүгеһенән ҙур хәтер сараһы ойошторҙоҡ, ҡәберенә веноктар, сәскәләр һалынды, ауылдың күл буйында матур итеп йыйылышып сара үткәрҙек, - тине.
Рәмил Ғимрани Вәлиулла сәсәндең ҡыҙы Мөнирә Ҡоломбәтованың тынғыһыҙ йәмәғәтсе, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Аманат” халыҡ үҙәгенең әүҙем ағзаһы булараҡ, башҡа рухташтары менән бергә халҡыбыҙҙы әйҙәүсе, милләте өсөн янып көйөүсе, мәғрифәт орлоғо сәсеүсе булыуын билдәләп үтте.
Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе – Ватан ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина, Юлыҡ ауылынан Рима Рафиҡова халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтовтың китабын уҡып сыҡҡандан һуң ижад ителгән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Сәйетбабанан Фәниә Фәйзуллина ҡобайыр һәм шиғырын уҡыны. Сәсәниәләр әйтештә маһирлыҡтарын күрһәтте. Яугилденән Лилиә Миңниязова Яҡтыкүл ауылында В.Ҡоломбәтовтың музейын булдырыу хаҡындағы теләген еткерҙе.
Вәлиулла Ҡоломбәтовтың Ауырғазы районы Үтәймулла ауылындағы эшмәкәрлеген Фәрит Иҫәнғолов үҙенең “Арыш башағы” романында яҡшы сағылдырған. Ҡадир Ишбулдин “Арыш башағы” йырын башҡарҙы. Сарала шулай уҡ сәсән-шағирҙың бер нисә шиғыры тәҡдим ителде, уларҙы Юлыҡ һәм Ҡаранйылға ауылдары китапханасылары Гөлфинә Юлмөхәмәтова менән Гөлшат Вәлиева, Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова уҡыны. Данир Мәсәлимов думбыра сиртеп, ҡобайыр әйтте.
- Халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни үҫешендә тәрән эҙ ҡалдырған, башҡорт фольклорын һәм этнографияһын үҫтереүгә тос өлөш индергән сәсәндең ғүмер сәхифәләре ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Ул Мәжит дуҫы (Мәжит Ғафури) менән мәҙрәсәлә ғилем эстәй. 1910 йылда “Ғәлиә” мәҙрәсәһен уңышлы тамамлағас, хәҙерге Ауырғазы районының Үтәймулла ауы-лына эшкә килә. Йәш мөғәллим мәҙрәсәлә дини дәрестәрҙән тыш, донъяуи фәндәрҙе: арифметика, рус теле, яҙыу һәм тасуири уҡыу дәрестәрен алып бара. Артабан бер ни тиклем эш тәжрибәһе туплаған мөғәллим, тыуған ауылына ҡайтып, күптәнге хыялын тормошҡа ашыра - башланғыс мәктәп аса. Өр-яңы, заман фәндәренең уҡытылыуы һөҙөмтәһендә Яҡтыкүл мәктәбенең даны алыҫҡа тарала. Үткән быуаттың 20-се йылдарында Вәлиулла Ҡоломбәтовҡа ауылдарҙа мәктәп асыу, уҡытыусылар тәғәйенләү, мәктәптәрҙең эшен тикшереү, ауыл советтары булдырыу, һайлауҙар үткәреү кеүек яуаплы эштәрҙе йөкмәтәләр. Вәлиулла Ҡоломбәтов – районыбыҙҙың тәүге мәғариф етәкселәренең береһе, төбәктең белем һәм тәрбиә системаһына нигеҙ һалған шәхес була. Сәсәндең ижади эшмәкәрлеге, уның башҡорт фольклорын яңы табыштар менән байытыуы айырыуса ҙур баһаға лайыҡ. 2016 йылда һүҙ оҫтаһы Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы журналист, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың “Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов” исемле китабы нәшер ителеүе, шулай уҡ Вәлиулла сәсәнгә барельеф асылыуы Башҡортостанда оло ваҡиға була, - тине әҙәби кисәне алып барыусы китапханасы Вәсилә Әбделмәнова.