+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь , 16:40

“Һандар донъяһынан да мауыҡтырғыс нәмә юҡ”

Бухгалтер һөнәре тәү ҡарамаҡҡа ябай һәм күҙгә әллә ни ташланып та бармай. Уларҙы телевизорҙан да һирәк күрһәтәләр, фотоһүрәттәре лә ялтырауыҡ журнал тыштарын биҙәмәй. Шуға ҡарамаҫтан, төрлө предприятиеларҙың эшмәкәрлеген, хатта тотош бер илдең тормошон был һөнәр эйәләренән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Тап бына шул бухгалтер һөнәрен үҙенең ғүмерлек эше итеп һайлаған да инде Гәүһәр Рауил ҡыҙы Сәйфуллина.

“Һандар донъяһынан да мауыҡтырғыс нәмә юҡ”

Гәүһәр Сәйфуллина 1961 йылдың 12 сентябрендә алтын көҙҙәргә йәм өҫтәп, Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуа. “Булыр бала биләүҙән” тигән әйтем Гәүһәргә тура килеп тора. “Бәпес сағынан уҡ теремек булды, 8 айҙан атлап китте, бер йәше тулыуға аяҡ аҫтында буталып, бәрәңге сүпләп йөрөр ине”, – тип һөйләй торғайнылар атайым менән әсәйем.
Етеҙ, сая, сос, отҡор ҡыҙыҡай булып үҫә ул. Тиҫтерҙәре араһында лидер була. Быларҙан тыш эшһөйәр, уңған да ул. Ғаиләлә малай булмағас, ҡыҙҙар эшен дә, малайҙар эшен дә - барыһын да башҡара. Мәктәптән ҡайтҡас, һыу ташырға, утын әҙерләшергә, мал аҫтын таҙартырға ла, дәрестәрен әҙерләргә лә өлгөрә. Ә йәй көндәре әсәйебеҙгә сөгөлдөр уташа. Бында ла ул башҡаларҙы артта ҡалдырып, иң беренсе булып барып сыға ине сөгөлдөр рәтенең осона. Ул беҙгә, өс һеңлеһенә, һәр яҡлап та үрнәк булды һәм әле лә шулай. Беребеҙгә лә ел-ямғыр тейҙермәй, һаҡлап һәм ҡарап йөрөттө.
Уҡыуҙа ла үҙен һынатмай, яҡшы уҡый. Түбәнге Төкөн урта мәктәбенең һигеҙ класын тик “4” һәм “5” билдәләренә тамамлай ҙа, документтарын Өфө еңел сәнәғәт техникумының бухгалтерҙар бүлегенә тапшыра. Техникумды уңышлы тамамлағас, ике йүнәлтмә тәҡдим итәләр – Учалы һәм Ғафури районына. Гәүһәр, әлбиттә, бала саҡтан таныш Ғафури районын һайлай, сөнки әсәйебеҙ ошо райондың Уҫман ауылынан.
Шулай итеп, 1980 йылда Красноусол ауылының Һаҡлыҡ банкында ревизор булып эш башлай. Ревизор булып эшләгәндә райондың бөтә ауылдарын йөрөп сыға ул. Ул заманда ҡайҙа инде ул хәҙерге юлдар һәм автобустар. Ҡай ваҡытта ҡышҡы һыуыҡта, көҙҙәрен ямғыр яуып торғанда ауылдан-ауылға йәйәү ҙә атларға тура килә. 1983 йылда бухгалтер булып эш башлай, 1990-2008 йылдарҙа Һаҡлыҡ банкының баш бухгалтеры вазифаһын башҡара, ситтән тороп Өфө дәүләт авиация институтының финанс һәм кредиттар факультетын тамамлай.
Ул ваҡыттан һуң сирек быуаттан артыҡ ғүмер уҙған. Банкта эшләгән йылдарын йылы итеп иҫкә ала Гәүһәр. Хеҙмәттәштәренә бик рәхмәтле. “Татыу һәм берҙәм коллектив булып эшләнек һәм йәшәнек”, - ти ул. Һаҡлыҡ банкының төп офисын Стәрлетамаҡҡа күсергәс, Ғафури районы мәғариф бүлегендә, хеҙмәт биржаһында баш бухгалтер вазифаларын башҡара.
2016 йылдан “Геоплюс” ойошмаһында бухгалтер булып эш башлай, һәм бөгөнгө көндә лә ошонда эшләүен дауам итә. “Ысын бухгалтер ул Гәүһәр Рауил ҡыҙы. Һәр ваҡыт эште тырышып, еренә еткереп башҡара. Бик белемле һәм яуаплы белгес", - ти уның хеҙмәттәштәре. “Әлбиттә, мин 40 йыл элек эшләй башлаған бухгалтер хеҙмәте менән бөгөнгөһөн сағыштырырлыҡ түгел. Ул ваҡытта хисаплау машиналары саҡ ҡулланыла ғына башлаған ине, ҡул менән дә иҫәпләй торғайныҡ, хәҙер бар һандар компьютерҙа. Был тармаҡта ниндәй генә яңы программалар индерелмәй. Һөҙөмтәле эшләйем тиһәң, замандан һис тә артта ҡалырға ярамай, шуға күрә уларҙы өйрәнеп барыу - беҙҙең бурысыбыҙ. Ҡайһы ваҡыт бер хата табам тип әллә күпме ваҡыт сарыф итһәң дә, минең өсөн һандар донъяһынан да мауыҡтырғыс нәмә юҡ, бигерәк тә иҫәп-хисапҡа тап килеп торғанда. Һөнәремде бик яратам", - ти Гәүһәр Рауил ҡыҙы үҙе.
Эшен тамамлағас, өйөнә ашыға Гәүһәр Рауил ҡыҙы. Һәм өйөндә ул етди бухгалтерҙан хәстәрлекле, уңған хужабикәгә әйләнә. Ғаиләһендә иренә тоғро ғүмер юлдашы, ике улына яратҡан әсәй, килененә ҡәҙерле ҡәйнә, ейәнсәренә хәстәрлекле өләсәй ул Гәүһәр Рауил ҡыҙы. Тормош иптәше Әнүәр Ғайса улы менән балалары өсөн ҡыуанып, уларҙың был тормошта үҙ урындарын тапҡанына һөйөнөп йәшәйҙәр. Баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Үҙе үҫтергән емештәрҙән ҡайнатмалар ҡайнатып, йәшелсәләрен консервалап, туғандарын һыйлап ҡыуандыра.
Гәүһәр апайыбыҙ туған йәнле кеше. Туғандарына, дуҫтарына, таныштарына һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Ниндәй генә йомош менән мөрәжәғәт итмәһендәр, үҙ эшен ситкә ҡуйып булһа ла, үтенесте үтәргә тырыша.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һин - беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Беҙ һиңә мең рәхмәттәр уҡып, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә барлыҡ яҡын кешеләреңдең күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта йәшәргә насип булһын үҙеңә! Беҙ һине бик-бик яратабыҙ!
Барлыҡ туғандары исеменән
Дилә БАЙМЫРҘИНА.

“Һандар донъяһынан да мауыҡтырғыс нәмә юҡ”
Автор:Индира Ишкина