+9 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь , 14:30

Фәнил Әхтәмов район данын яҡлаясаҡ

11 сентябрҙә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” республика ат-спорт турнирының һайлап алыу этабы үтте.

Фәнил Әхтәмов район данын яҡлаясаҡ

Районыбыҙ намыҫын 7 һыбайлы: “Дунай” ҡушаматлы атта - Фәнил Флүр улы Әхтәмов, ағалы-энеле Эдуард (“Буян”да) һәм Радик (“Казбек”та) Алик улдары Түзбәковтар, Константин Викторович Кочетков (”Карат”), Илья Сергеевич Миних (”Сопромат”), аталы-уллы Владимир Әхийәр улы (“Красавчик”) һәм Вадим Владимирович (“Эрмитаж”) Түзбәковтар яҡланы.
Турнир ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүге ярыш һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең район финалға сыҡты. Финал уҙыштарында беҙҙекеләр һынатманы: Эдуард Түзбәков 2-се урынға лайыҡ булды. Ә турнир еңеүсеһе булып Ғафури ра-йоны һыбайлыһы Фәнил Әхтәмов танылды һәм тап ул 9 октябрҙә Башҡортостан Башлығы призына финал чемпионатында көс һынашасаҡ. Районыбыҙ һыбайлыһына дөлдөлөнөң һынатмауын һәм уңышлы сығыш яһауын, еңеү теләйек!

Фәнил Әхтәмов район данын яҡлаясаҡ
Автор:Индира Ишкина