-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2021, 10:30

Яугирҙар иҫтәлегенә

Сентябрҙең һәр икенсе йәкшәмбеһе локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө булып тора. Ошо йәһәттән Ғафури яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янындағы Геройҙар Аллеяһы эргәһендәге майҙанда митинг үтте. Унда Афған һәм Чечен һуғышы, хәрби бәрелештәр ветерандары, уларҙың атай-әсәйҙәре, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, “Десант” хәрби-патриотик клубы курсанттары ҡатнашты.

Яугирҙар иҫтәлегенә
Яугирҙар иҫтәлегенә

Митинг алдынан “Перевал” төркөмө солисы Марс Хәйруллиндың һәм башҡаларҙың йырҙары яңғыраны.
Сараны район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Ильич Герасимов асып, үҙ теләктәрен еткерҙе. Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтовҡа бирелде.
- Афған һуғышында ҡатнашҡан 200-ҙән ашыу, Чечен Республикаһында булған 250-нән ашыу яҡташыбыҙ район ғорурлығы булып тора. Локаль бәрелештәрҙә һәләк булған районыбыҙҙың 9 егете алдында беҙ һәр саҡ баш эйеп, уларҙың батырлығын үҫеп килгән быуынға өлгө итеп ҡуябыҙ. Яугирҙарҙың атай-әсәйҙәренә, туғандарына иҫәнлек-һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйем, - тине ул.
Сара ҡунағы, “Хәрби туғанлыҡ” төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, подполковник Артур Илсур улы Әсәҙуллин йыйылыусыларға был көндөң әһәмиәтен аңлатып, бер төркөм хәрби бәрелештәр ветерандарына Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Район хәрби бәрелештәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров та сығыш яһап, яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу көнөнә йыйылыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, яугирҙарҙы һәр саҡ берҙәм булырға саҡырҙы, ошондай тәрбиәүи сараларға уҡыусы балаларҙы күберәк йәлеп итергә өндәне.
Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған яңыртылған стеланы асып, сәскәләр һалынды. Унда тағы ла дүрт яҡташыбыҙ: Дмитрий Тәлғәт улы Ғарипов, Илшат Флүр улы Ильясов, Ринат Рәйес улы Мостафин, Рөстәм Флүр улы Хажиевтың исем-шәрифтәре өҫтәлгән.
Был көндө ил алдында бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән яугир батырҙарыбыҙҙы иҫкә алып, уларҙың рухтарына дан йырланды. Шулай уҡ Хәтер көнөндә ҡатнашҡан атай-әсәйҙәргә сабырлыҡ, һаулыҡ теләнеләр. Һуңынан “Йәшлек” ял паркында Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов иҫтәлегенә футбол турниры үтте.

Яугирҙар иҫтәлегенә
Яугирҙар иҫтәлегенә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: