+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 10:40

Бурлылар тракторлы булды

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса Бурлы ауыл биләмәһенә лә күптән көтөлгән өр-яңы “МТЗ-82” тракторы ҡайтты. 1 миллион 616 мең һумлыҡ был техниканы күмәк - барлыҡ биләмә халҡының тырышлығы менән һатып алыуға өлгәшелде. Уның 1 миллион һумын республика бюджеты субсидиялаһа, ҡалғаны бағыусыларҙан, ауылдар халҡынан йыйылған һәм Бурлы ауыл биләмәһе бюджетынан бүленгән аҡса. Техника ауылдар халҡының төрлө мәсьәләләрен тормошҡа ашырасаҡ: ҡыш көнө урамдарҙы ҡарҙан таҙартһа, йәй көнө сүп-сарҙы йыйып түгеү, юл буйҙарындағы үләнде сабыу, янғын һүндереү өсөн һыу һауытын ташыу кеүек һәм башҡа эштәрҙә мәшғүл буласаҡ.

Бурлылар тракторлы булды

Тракторҙы һатып алыуҙа ауылдар халҡы әүҙемлек күрһәтеп, үҙ өлөшөн индерһә, бағыусылар: шәхси эшҡыуарҙар Илгизәр Сәлимйәнов - 15 мең һум, Илшат Зәйнетдинов, Азат Хужаев – 10-ар мең һум, Рәмил Солтанморатов – 5 мең һум, Ирек Хисаметдинов - 10 мең һум, Фәнис Сәфиуллин, Ришат Фәтҡуллин, “Дилар” ЯСЙ-е – 5-әр мең һум, Жәлил Ғәйнуллин, Ф.Ғибаҙуллин – 2-шәр мең һум бирҙе.
Ауыл хакимиәте исеменән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла әүҙемлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Бурлылар тракторлы булды
Автор:Индира Ишкина