Шаршамбы көнө район хакимиәтендә торлаҡҡа мохтаж булараҡ 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә баҫҡан инвалидтарға һәм инвалид балаһы булған ғаиләләргә, ауыр формалағы хроник сирле кешеләргә торлаҡ таныҡлығы тапшырылды. Был юлы ошондай өс ғаилә район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов ҡулынан фатир асҡыстары алды. Бына улар: Радмир Тимур улы Латипов, Рәмзил Радик улы Әмирханов, Михаил Валерьевич Ермолаев. Уларға Красноусолдың Кейекбаев урамындағы 25 А һанлы йортонан фатир асҡыстары бирелде. Ысынлап та, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ фатиры булыуы оло шатлыҡ. Бар уңайлыҡтары булған фатирҙары ҡотло булһын һәм бәхетле, имен йәшәргә яҙһын уларға.